0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
4 Ғинуар 2022, 09:00

Көләмәстәр

Крем – Әхирәт, беләһеңме, хәтәр бер крем уйлап тапҡандар, ти? Уны битенә һөрткәндәр сибәрләнгәндән-сибәләнә, икән. – Ә-ә-ә, белә-ә-әм. Мин ул кремды көн һайын ҡулланам. – Ысынмы? – бик текләп әхирәтенә ҡарап ала ла, – Һы! Шулайҙыр, тип уйлағайным да шул. – Нимә, тип уйлағайның, әхирәт? – Ә, ана шул крем тураһында. Үәт бит күҙ ҙә йоммай алдап һаталар. Торғаны менән алдыҡ бит был.

Көләмәстәр
Көләмәстәр

Хәүефләнмә

Яңы ғына туйҙарын үткәреп йәшәй башлаған пар аулаҡта серләшеп-гөрләшеп ултыралар икән.

 – Һөйөклөм, һиңә алдан әйтеп ҡуям, бер насар холҡом бар. – тип кәләшен киҫәтергә булған, икенсе тапҡырға өйләнергә өлгөргән ир.

 – Ниндәй? Әйт, арыҫланым. Алдан әйтеп ҡуйыуың яҡшыраҡ булыр.

 – Тик томалға көнләшә лә китә торған холҡом бар.

 – И-и-и, матурым, хәүефләнмә. Вәғәҙә итеп әйтәм: һис ҡасан да һиңә тик томалға көнләшергә тура килмәҫ. Форсатын табып торормон.

 

 

СССР-ҙа

 –  СССР-ҙа ярлылар булдымы ул, әсәй?

Бер аҙ уйланып ултырған ҡатын шулай тип яуап бирә:

 –  Булды, улым. Уның ҡарауы уларҙың фатиры ла, баҡсаһы ла, машинаһы ла булды.

 – Һы! Ул сағында уларҙы ярлы  тип әйтеп буламы һуң?

 – Тик былар барыһы ла кешенең шәхси мөлкәте  түгел, хөкүмәттеке ине.

 

 

Твикс

 Әсәле-ҡыҙлы аҙыҡ-түлек магазинында.

 – Ҡыҙым, һиңә твикс алайыҡмы?

 – Юҡ!-тип ҡырт киҫә 4 йәшлек Асия.

 – Нимә булып китте?  Гел алдыра торғайның бит, ҡыҙым?

 – Рекламаһын күрҙем инде. Фабрикала йөрөгән малайҙың ауыҙын йәбештереп ҡуйҙылар. Унда насар кешеләр эшләйҙәр. Твикстарын үҙҙәре ашаһындар.

 

Аҡылдан яҙырлыҡ

 – Бына, ошо ҡатындың биҙәнеүгә түккән аҡсаһын белһәң, аҡылдан яҙырлыҡ.

 – Ә һин уны биҙәнмәгән килеш күргәнең бармы?

 – Юҡ.

 – Аллаға шөкөр! Әтеү әллә ҡасан аҡылдан яҙған булыр инең.

 

Әйт әле...

 – Азамат, әйт әле, ысынлап та, минең күҙҙәрем муйылдай ҡаралармы?

 – Эйе.

 – Ә ирендәрем? Ирендәрем рауза сәсәкәләре кеүекме?

 – Эйе.

 – О, рәхмәт! Һинең ошо наҙлы һүҙҙәреңдән миңә шундай рәхәт булып китә!

 

Аңлашылды...

Улы:

 – Әсәй, ниңә туйҙа кәләш һәр ваҡыт аҡҡа кейенә?

 – Сөнки, аҡ – бәхет, шатлыҡ төҫө.

 – Ә, хәҙер миңә аңлашылды: ни өсөн кейәүҙең ҡараға кейенгәне.

 

Фотоһын һалығыҙ.

Ауылда яңы ғына эш башлаған фермер егет өйләнергә булған. Ҡыҙҙар һайлап йөрөрлөк ваҡыты юҡлыҡтан, интернет аша кәләш эҙләгән. Ҡыҙҙарҙың ебәргән сәләмдәрен барлап ултыра торғас: “Миңә 25 йәш. Ашнаҡсы булып эшләйем. Эсмәйем, тартмайым. 142/64. Бирнәгә атайым трактор бүләк итә”, тигән белдереүгә шундуҡ яуап ебәрә: ” Тиҙ арала тракторҙың фотоһын һалығыҙ”.

 

Икеләнергә урын юҡтыр

Фермерҙың төҫкә йәмһеҙ генә ҡыҙын ҡоҙаларға килгән кейәү, ҡыҙҙың бик һынсыл ҡараштарын тойоп, аулаҡлап ҡына үҙенең мөхәббәтен иҫбатлап маташа икән.

 – Йортоғоҙ ниндәй матур, ҙур, иркен! Кәртәгеҙ тулы мал!  Техниканың ниндәйе генә юҡ!

  Күңеле йомшара төшкән ҡыҙ:

 – Эйе.  Йәй килгән булһағыҙ, баҫыуҙарға сығып йөрөп килер инек. Атайымдың 150 гектар баҫыуы бар. 100 баш йылҡыһы әле тибендә йөрөй.

 – Бына бит, матурым, үҙең әйтеп тораң да баһа. Ошонан һуң да минең мөхәббәтемдә икеләнергә һиңә урын юҡтыр, тип һанайым.

 

Травма

 – Эшһөйәров! Тор әле.  Быйыл ғына нисәнсе тапҡыр шул производственный травмаң менән башты ҡайнатаң? – тип, һүгә йыйылышта төҙөлөш етәксеһе ҡыйыҡ ябыусы эшсеһен, – Ике йыл да түгел эшкә төшкәнеңә. Ана, бүтәндәр тиҫтәләр йыл эшләп, бер тапҡыр ҙа ҡазаланып иҫте китәрмәйҙәр. Шуларҙан, исмаһам, үрнәк ал. Бына, мәҫәлән: баш хисапсы Хаҡһанарова менән иҡтисадсы Хаҡкиҫәрова апайҙарығыҙ. Береһе менән 15 йыл, икенсеһе менән 20 йылдан ашыу эшләйбеҙ. Сәркәтип, яҙып ҡуй протоколға: Эшһөйәровты ярты йылға премияһыҙ ҡалдырырға, баш хисапсы менән иҡтисадсыға 20-шәр процент премия.

Тәк, эш боҙғандарға язаһы бирелде, үрнәк булғандарҙың эшен баһаланыҡ, шуның

 менән йыйылыш ябыҡ, тип илан итәм, барығыҙ ҙа эшкә-ә!!!

 

 

   Яңы директорҙың беренсе эш көнө. Эш бүлмәһен байҡап сыҡҡас, кәрәкмәгәндәй әйберҙәрҙе, шул иҫәптән диванды ла, сығарып ташлатҡан.

  Күп тә үтмәй ҡото осҡан сәркәтип ҡыҙ йүгереп килеп инә лә:

 – Ғәли Ғәлиевич, нимә миңә эштән китергәме ни?

 – Ҡайҙан алдың был һорауҙы?

 – Ә ниңә диванды сығарып ташлаттығыҙ һуң?

 

Һөйәркәһе бар

  Әгәр, ҡатын кеше башын уңға ҡырын һалып атлап бара икән, тимәк уның һөйәркәһе бар.

Әгәр, ҡаты кеше башын һулға ҡырын һалып атлап бара икән –  һөйәркәһе бар. Һәм ғөмүмән, ҡатын кешенең муйынының дауамында башы бар икән, мотлаҡ һөйәркәһе булырға тейеш.

 

 

   Күренекле дин әһелдәренең ҙур йыйынында уйламаған ерҙән бер һорау тыуа. Һауаның Әҙәмгә хыянат иткән-итмәгәнлеген иҫбат итеп бәхәс асҡандар. Бер нисек тә яуап таба алмағас Хужа Насретдингә мөрәжәғәт иткәндәр.

 – Һауаның Әҙәмгә хыянат иткән-итмәгәнлеген телгә алып һөйләп ултырырға баҙнатсылығым етмәй, йәмәғәт!  Әммә һеҙҙең ише ғалимдарҙың кеше маймылдан барлыҡҡа килгән, тип иҫбат иткәндәрен ишетеп ҡалғайным былай, – тип яуап биргән.

 

Сер

 Сер. Сер һаҡлау, серлелек һәр илдә һәр төрлө.  Францияла бер үк фирманың ике фабрикаһы бер-береһенең нимә менән шөғөлләнгәнен белмәһәләр, Англияла күрше лабораторияла кем, нимә менән шөғөлләнгәнен белмәйҙәр. Америкала хеҙмәткәр бер өҫтәл артындағы күршеһе нимә менән шөғөлләнгәнен белмәһә, Рәсәйҙә хеҙмәткәр үҙенең ни менән шөғөллөнгәнен белмәй. Сер.

 

Рәшиҙә ВӘЛИЕВА.

 

 

Автор:Илгиз Ишбулатов
Читайте нас: