-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Ғинуар 2022, 10:00

Көлгәнгә – көлкө

Малай подъезға ингәс, уҡытыусыһының тәмәке төргәнен күрә. Ғәжәпләнеп һорай:– Валентин Петрович! Һеҙ беҙҙе наркотиктар ҡулла­ныуҙан тыяһығыҙ бит. Ә үҙегеҙ...– Уныһы эш, ә был тор­мош...

Көлгәнгә –  көлкө
Көлгәнгә – көлкө

“Был акт шул хаҡта төҙөлдө: графин ыуалыусан материалдан (ябай быяланан) эшләнгәйне. Сәтләүек ватыу өсөн бик оҙаҡ файҙаланғас, яраҡһыҙға әйләнде”. (Матди ҡиммәттәрҙе иҫәптән сығарыу актынан).

***
Түбән кластарҙа ата-әсәләр балаларынан: “Ниндәй билдә алдың?”, урта кластарҙа: “Өйгә эште күп бирҙеләрме?”, юғары кластарҙа: “Һин бөгөн мәктәптә булдыңмы?” – тип һорай.
***
Магазинда.
– Иремә туфли һайлағай­ным, тик таман булмаҫ тип ҡурҡам. Ниндәй кәңәш бирә­һегеҙ?
– Былай беҙ кәңәш бирә алмайбыҙ. Аяғын алып ки­легеҙ.
***
– Йәле, тиҙ генә тартырға бир!
– Ә һин ул хәтле кем әле?
– Мине бында һәр эт белә!
– Шулай булғас, эттәрҙән һора.

***

Илле йәштән һуң тормош башлана ғына. Тик был осорға күҙҙәрең насар күрә һәм һаңғыраулана башлау шарты менән.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: