VII класс өсөн математика буйынса мәсьәлә. Психиатрик дауаханала баш табип һәм бик күп иҫәрҙәр бар. Аҙна буйы һәр иҫәр көнөнә бер тапҡыр кемделер тешләгән (бәлки, үҙендәлер). Аҙна аҙағында шул асыҡланған: һәр ауырыу ике мәртәбә тешләнгән, ә баш табип – йөҙ тапҡыр. ҺОРАУ: дауаханала нисә иҫәр бар?
ЯУАП: береһе – ошо мәсьәләнең авторы.
***
Поликлиникала табипҡа инергә сират көткәндә пациенттар араһында прививкаларҙың әһәмиәте тураһында һүҙ сыға.
– Быларҙың барыһы ла бүстәк, – ти уларҙың береһе. – Былтыр прививка эшләткәйнем, иртәгеһенә аяғымды һындырҙым.
– Бик мөмкин, – тип килешә икенсеһе, – сыворотка шунда уҡ тәьҫир итә башламай.
***
Офтальмологта.
– Мин ниндәй хәреф күрһәтәм?
– Ә һеҙ ҡайҙа?
***
Бер әбей табипҡа килгән.
– Доктор, минең хәтерем насарлана шикелле.
– Был нимәлә сағыла?
– Ҡайһы берҙә кактусты ашатырға, бесәйгә һыу һибергә онотам.
***
Доктор дауахана палаталары буйлап йөрөй. Бер ауырыу янына килә:
– Әйтегеҙ әле, теге донъяла һеҙҙең туғандарығыҙ бармы?
– Ә нимә?
– Һиңә саҡырыу ебәргәндәр.
***
– Ауырыу, нимәгә зарланаһың?
– Башҡа!
– Ауыртамы?
– Ҡамасаулай!