+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
11 Ғинуар 2022, 10:00

“Фейри” ҡушабыҙ

- Туй машинаһы түбәһендәге балдаҡтар нимәне аңлата? - Иҫәпте: 0:0 ***

“Фейри” ҡушабыҙ
“Фейри” ҡушабыҙ

- Тартыуҙы ташларға ярҙам итә тигәс, магазиндан электрон тәмәке һатып алғайным.

- Шунан, ярҙамы тейҙеме һуң?

- Белмәйем, тартҡас ғәҙәт буйынса, балкон тәҙрәһенән ырғытҡанмын.

***

 Һөт заводы директорынан һорайҙар: "Майһыҙландырылған һөттө нисек әҙерләйһегеҙ?"

- “Фейри” ҡушабыҙ.

***

Бер бабай телевизор ҡарап ултыра.

- Һуңғы арала гел бушҡа эшләп йөрөүсе волонтерҙар хаҡында һөйләйҙәр, ҡарсыҡ. Тора-бара былар хеҙмәт хаҡын да бөтөрөргә маташа, ахырыһы.

***

- Ханым, һеҙ нисәгә тиклем эшләйһегеҙ?

- 63-кә ҡәҙәр.

Фото: haipovo.ru

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: