+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Ғинуар 2022, 17:15

Береһе лә ишетмәй

Өлкәнәйгән һайын, ятып эшләй торған мауығыуҙарым арта бара.***Уҡытыусылар килә лә китә, ә кластан класҡа күсмәй ҡалыусылар тороп ҡала.***

Береһе лә ишетмәй
Береһе лә ишетмәй

– Көн дә яңы тормош башларға йыйынам.
– Нимә ҡамасаулай.
– Элеккеһе...
***
– Улым, ниңә ҡысҡырып илайһың?
– Шым ғына илап ҡараным да ул, тик береһе лә ишетмәй.
***
– Сәләм!
– Минең егетем бар, күҙемә күренмә!
– Мин әле генә һинең янсығыңды таптым. Һин уны эшеңдә онотоп ҡалдырған­һың. Визиткалар­ҙың бере­һен­дә һинең номер бар ине.
– Ҡалай шәп! Беҙ осраша алабыҙмы?
***
Дуҫтар, битлек кейергә онотмағыҙ. Был ғүмерҙе ҡотҡара. Кисә дуҫым һөйәр­кәһе менән урамда йөрө­гәндә сауҙа үҙәге янында ҡа­тыны янынан үткән, ул ирен танымаған. Битлек, ысынлап та, уның ғүмерен ҡотҡарған.
***
Һыуытҡыстағы магнит ҡына отпускымды ҡайҙа үткәр­гәнемде хәтергә төшөрөргә ярҙам итте.
***
– Ейәнкәйем, ҡара әле, ниндәй смс килгән ул, күҙ­лекһеҙ күрмәйем.
– Өләсәй, һиңә пенсия күсергәндәр, миңә һыраға.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: