Ул минең балдаҡһыҙ икәнде күреп ҡалды. Әле үҙенең балдаҡлы ҡулына, әле минең балдаҡһыҙ ҡулға ҡарап көлә:
– Хәҙер барыһы ла мине ҡатынына хыянат итә, тип уйлаясаҡ.
***
Айырылышыу хаҡында эш ҡарала. Ир менән ҡатын өс баланы бүлә алмай. Ҡатын:
– Икеһе миңә, береһе һиңә.
Ир:
– Миңә икеһе, һиңә береһе.
Бер сәғәттән ҡатын түҙмәй:
– Ҡарале, әйҙә өйгә ҡайтайыҡ. Балаларыбыҙ дүртәү булғас, киләһе йылда айырылышырбыҙ.
***
Рулонлы нәскиҙәрҙе ҡасан сығара башлайҙар инде? Икенсеһен тапмаһаң – рулондан өҙөп алаһың да, эш тә бөттө!
***
Парадокс. Ерҙә – глобаль йылыныу, ә ҡатыным элеккесә тун таптыра.
***
Ир менән ҡатын һөйләшә:
– Был донъяла барыһы ла даими үҙгәрә.
– Барыһы ла түгел, мәҫәлән, һинең эш хаҡың.
***
Ҡатын иренән һорай:
– Һөйөклөм, тыуған көнөңә нимә бүләк итергә?
– Бер кискә һаңғырау-телһеҙ булып ҡылан.
***
ЗАГС:
– Уны ирегеҙ итеп алырға һәм һеҙҙе үлем айырғансы, уның айфонындағы хәбәрҙәрҙе уҡымаҫҡа ризаһығыҙмы?
***
– Һөйөклөм, әллә һин сихырсымы?
– Нисек белдең?
– Картаға эш хаҡын күсереү хаҡында хәбәр килде, ә биш секундтан һин шылтыраттың.
Фото: freeguard.ru