+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
18 Ғинуар 2022, 16:10

Көлгәнгә – көлкө

Трамвайҙа әбей егеттән үтенә:– Улым, тәҙрәне яп әле, тышта һыуыҡ.Егет әбейгә ғәжәпләнеп ҡарай:– Әбей, һин үҙ аҡылың­дамы, мин тәҙрәне япҡас, урам йылынамы? ***

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Спортсынан һорайҙар:
– Бөтә ерҙә лә беренсе урын биләү оҡшаймы?
– Әлбиттә! Беренсе рәттән һәр ваҡыт яҡшы күренә!

***

– Егеттәр! Тығынырға берәй нәмә бирегеҙ әле! Астан үләм бит инде!
– Шамғол, һинең өсөн бер ни ҙә йәл түгел, һуңғы күлдәгемде һалып бирәм! Ашайһыңмы?
***
Кисә тәҙрәне йыуғайным, шунда уҡ таң ярты сәғәткә алдан ата башланы.
***
Дүрт йәшлек малай әсәһе­нә: “Миңә ҡысҡырма! Мин һиңә атай түгел, ауыҙымды йомоп тормам!”
***
– Миңә минеке: “Плита янынан кит, һинең урының диңгеҙ буйында”, – ти.
– Минеке кем ул?
– Эске тауыш.
***
Ағайың булыу ҡалай һәйбәт. Ни кейеп йөрөрөңдө алдан белеп тораһың.
***
– Саҡ ҡына ояла белер инең, – ти атаһы улына. – Мин һинең йәшеңдә алдашмай инем.
– Ә ҡасан алдаша башла­ның? – тип ҡыҙыҡһына улы.
***
Пассажир станция дежурныйына:
– Поезд ярты сәғәткә һуңлай.
– Борсолмағыҙ, һеҙҙең билет өс тәүлек буйы ғәмәл­дә.
***
– Эйе-е-е, бәхетте аҡсаға һатып алып булмай.
– Аҡсаңды миңә бир, бының нисек анһат ҡына эшләнгәнен күрһәтәм.

***

–Мәктәптә ниндәй яңылыҡтар бар? – тип ҡыҙыҡһына атаһы улынан.

– Беләһеңме, атай, беҙ­ҙең уҡытыусы бик көн­сөл икән.
– Ҡайҙан беләһең?
– Мине кластан ҡыуып сығарған һайын: “Ах, мин һинең атайың булһаммы!” – ти.

***

– Беҙҙең олатай васыятын биш мәртәбә күсереп яҙҙы инде.
– Үҙе ғәйепле. Башҡорт теле уҡытыусыһына өйлән­мәһен ине.

***

– Доктор, һеҙ тәҡдим иткән таблеткалар миңә бик килеште.
– Ни хәл итәһең, ундай хәлдәр ҙә була.

Артур ВӘСИЛОВ һүрәттәре.

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: