0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
22 Ғинуар 2022, 11:10

Шәшке туның бармы?

Ике әхирәт:– Улым минең уға ҡасан велосипед алып биргәнемде көтә.– Ә миндә шкафтағы көйә уға ҡасан тун элеп ҡуйғанымды дүрт күҙ менән көтә.

Шәшке туның бармы?
Шәшке туның бармы?

***

– Атай, ҡуян тунын йылына ике мәртәбә алмаштыра, тиҙәр. Шул дөрөҫмө?
– Дөрөҫ! Тик был хаҡта әсәйеңә әйтмә!
***
– Ҡәҙерлем, миңә шәшке тун алып бир әле!
– Ундай аҡсаны ҡайҙан алайым!
– Ҡәҙерлем, һинең бөйөрөң икәү, ә мин – берәү генә.
***
Судья бөлгөнлөккә төшкән фирманың эшен ҡарай. Унда секретарша булып эшләүсе ҡыҙҙан һорай:
– Һеҙ ялған күрһәтмәләр биргән өсөн ни аласағығыҙҙы беләһегеҙме?
– Эйе. Шеф ниндәйҙер шәшке тун хаҡында һөйләгәйне.
***
Бер ир магазинға ҡатынына тун алырға инә. Хаҡтарҙағы ҙур һандарҙы күргәс, шаяртмаҡсы була:
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙә хаҡтар ысынлап та шулаймы, әллә былар телефон номерҙарымы?
– Былар ташлама...
***
– Әсәкәйем, әйҙә, бесәй алайыҡ, – ти бәләкәй ҡыҙ әсәһенә.
– Юҡ, ҡыҙым, миндә йәнлек тиреләренә аллергия икәнен беләһең дә баһа, – ти әсәй.
– Сәйер, – тип аптырай атай, – бесәйгә аллергия, ә шәшке тунға – юҡ.

Шәшке туның бармы?
Шәшке туның бармы?
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: