***
Ҡатындар менән түрәләрҙең принцибы бер: мин етәкселек итәм, әгәр берәй нәмә булһа, һин яуап бирәһең.
***
СССР осоронда мин йәш, сәләмәт, шәкәр ҡомо алыр өсөн сиратта 5 сәғәт буйы тора ала инем. Ә хәҙер? Супермаркет кассаһына сиратта өс кеше булһа ла аҡырырға тотонам:
– Икенсе кассирҙы саҡырығыҙ!
***
– Һеҙҙә эштә йоҡларға яраймы? Ә мин эшкә иҫереп килгәс, рәхәтләнеп йоҡо һимерттем.
– Ә һин кем булып эшләйһең?
– Хәҙер бер кем булып та түгел.
***
– Һин ни өсөн төрмәгә эләктең?
– Ришүәт өсөн.
– Ниңә бик тиҙ сығарҙылар?
– Үҙең нисек уйлайһың?
***
– Мин сәйәхәт итергә теләйем.
– Ит һуң, нимә ҡамасаулай?
– Эш хаҡым.
***
Иҡтисад тураһында һүҙ барғанда сығымдар алдында туҡтап ҡалмайҙар.
***
Түрә – хеҙмәткәренә:
– Айыуханов, һин эштән бушатылдың!
– Бушатылдым? Сәйер, ә мин ҡолдарҙы һаталар икән, тип уйлай инем.
***
Етте эшләү! Был ялҡауҙарҙың тойғоларын мыҫҡыл итә.
***
Белмәйем, унда, баш ҡалала, нисектер, әммә беҙҙә 1947 йылда төҙөлгән йорттарҙың урам яҡ стенаһын күңел күтәрә торған буяуға буяйҙар.
***
Табип – пациентҡа:
– Һеҙгә көн һайын урамда әҙерәк йөрөргә кәрәк?
– Ҡайһы ваҡытта, доктор, бәлки, иртәндер? Почтаны таратып бөткәс тә…
***
Айҙың иң яҡшы хеҙмәткәре исемлегендә беренсе булғансы, миллиардерҙар исемлегендә иң һуңғы булыу яҡшыраҡ.