+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Ғинуар 2022, 09:00

Еңгә

Әҡлимәнең алтын тештә­ренә ҡарап, уның ире хәлле, ләкин көнсөл икәнен белеп була. ***

Еңгә
Еңгә

– Кәли, һин Әҡлимәгә өйләндеңме?
– Юҡ, ул, һин фәҡир, тине.
– Һуң һинең ағайың бай ҙа баһа. Ниңә шул хаҡта әйтмәнең?
– Әйттем.
– Шунан?
– Хәҙер ул минең еңгәм.
***
Ҡатын-ҡыҙҙарҙы яулап алыу бик еңел. Бының өсөн аҡыллыларға – һин матур, тип, ә матурҙарға – һин аҡыллы, тип әйтергә генә кәрәк.
***
Ҡатын-ҡыҙҙар бөйөк­тәрҙең һүҙҙәрен ҡабатла­ғанды яратмай. “Ә минең әсәй былай тине…” ти­гәнде бигерәк тә…
***
– Ҡатыным талантлы һәм даланлы.
– Һин ике тапҡыр өйлән­деңме ни?
***
Ир ашап ултырғанда ҡа­тынын маҡтай:
– Ниндәй тәмле салат! Үҙең һатып алдыңмы?
***
– Һөйөклөм, хәтерлә­мәйһеңме, күҙлегемде ҡай­­ҙа ҡуйҙым икән?
– Хәтерләмәйем.
– Бына һеҙ, ҡатын-ҡыҙ­ҙар, бер ваҡытта ла бер нәмәне лә хәтерләмәй­һегеҙ.
***
Ҡатыным шылтыратып, минең менән мөһим мәсь­ә­ләләр буйынса кә­ңәш­ләште. Ярты сәғәт һөй­ләштек. Ике тапҡыр “Ну...” һәм “Шулай шул…” тинем. Минһеҙ бер нәмә лә эшләй алмай.
***
Ҡатын көн дә иренә зар­лана:
– Ҡәҙерлем, мин үҙемде шул тиклем насар тоям, әле бер ерем, әле икенсе ерем ауырта!
Ир уны поликлиникаға ебәргән. Доктор ханымды ҡарағас, уға йылыраҡ кейенеп йөрөргә һәм саф һауала күберәк булырға кәңәш иткән. Ҡатын өйөнә ҡайтҡас, ир һорай:
– Табип ни тине?
– Ҡыш көнө мотлаҡ шәшке тун кейергә, һәр йәй диңгеҙҙә ял итергә ҡушты!
***
Тормош ҡатындар кеүек. Төшөрөп алдыңмы, әллә ни ҡурҡыныс түгел…
***
Миндә шундай тойғо: мин үлгәс, ҡатыным табут янына килеп: “Бер нәмә лә эшләмәҫ өсөн юрый үл­гән”, – тип әйтәсәк.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: