Киске яҡта иҫереп ҡайтҡан ир йоҡоға тала. Ҡатыны, ул йоҡлаған арала бүлмәләге тәҙрә пәрҙәләрен алыштырып, икенселәрен ҡора. Иртән, йоҡоһо туйып уянған ир тиҙ генә һикереп тора ла, ашыҡ-бошоҡ кейенә башлай. Йоҡо аралаш хәләл ефете: “Ҡайҙа бараһың инде таң тишегенән?” – тип һорауына теге уҫал сырай менән: “Тик кенә ят, минең бында йоҡлағанды ҡатын белһә. Һин дә бөттөң, мин дә бөттөм”, - тип яуап ҡайтара.
***
Циркта иҫ киткес номер: крокодил пианинола уйнай, ә бегемот романс йырлай. Зал шығырым тулы, баш әйләнерлек уңыш. Директор түҙмәй, был номерҙың авторына мөрәжәғәт итә:
– Дөрөҫөн әйтегеҙсе, бының бит булыуы мөмкин түгел: нисек инде крокодил пианинола уйнай, ә бегемот йырлай? – ти.
– Эйе, һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, – тигән номер авторы. – Әлбиттә, бының булыуы мөмкин түгел. Ысынында иһә бегемот ауыҙын ғына аса, ә крокодил уйнай ҙа, йырлай ҙа.
***
Ике буйҙаҡ һөйләшә:
– Яңыраҡ ҡына, Мәрйәмгә өйләнәм, тип хәбәр һөйләп йөрөй инең, әле кире уйлағанһың. Берәй әтнәкәһе бармы әллә?
– Әйтһәм әйтәйем инде, ул бик йәмһеҙ итеп көлә икән.
– Әлләсе, мин бер ҙә һиҙмәнем...
– Уға элекке көн күпме эш хаҡы алғанымды әйткәйнем, көлөп, быуылып үлә яҙҙы.
А. ВАСИЛОВ һүрәте.