Шулай итеп, бабай бесәйҙең елкәһенән тотоп күрше ауылға алып барып ташлап китә. Ҡайтһа, бесәй бабайҙан алда өйҙә ултыра икән.
Икенсе көнөнә алыҫыраҡ ауылға алып бара. Ҡайтһа, йәнә өйҙә ултыра. Өсөнсө көнгә, бабай, йәне көйөп, бесәйҙе тоҡҡа һалып алып киткән, ти. Бара, ти, ул урман-ҡырҙар аша, йылғалар- күлдәр үтеп, тауҙар- туғайҙар менеп. Бер төпкөл ҡара урман араһына ҡалдырған да, ҡайтыр юлға сыҡҡан, ти, бабай.
Ээ-ээй бара, ти. Ике-өс сәғәт үтеп тә киткән. Эңер төшә башлаған. Хәле бөтөп туҡтай ҙа, әбейенә шылтырата икән:
– Әбей, бесәй ҡайттымы?
Әбей:
– Ҡайтты шул! Бына миңә тексәйеп ултыра! – ти, икән.
Бабай:
– Бир әле телефонды бесәйгә, юлды өйрәтһен! Аҙаштым... – тип әйтә ти.
Иртәрәк торалар
Егет менән ҡыҙ өйләнешкәс, уларҙан һорайҙар икән:
– Һеҙ атай-әсәйҙәрегеҙ менән тораһығыҙмы?
Егет:
– Юҡ. Улар йоҡонан беҙҙән иртәрәк торалар.
Оятһыҙ
Егет ҡыҙын өйөнә хәтлем оҙатып килгән дә, һорай икән:
– Матурым, һин әлеге ваҡытта нимә тураһында уйлап тораһың?
Ҡыҙ:
– Батырым, һин әле нимә уйлаһың, мин дә шуны уйлап торам, – ти.
Егет:
– Оятһыҙ! – тип боролоп киткән, ти.
Теге донъя
Әхирәт донъяға эләккәндәр, ти, уҡытыусы, табип, ГАИ хеҙмәткәре. Хәҙер унда уртала бер аҡ фәрештә ултыра икән, кемде ожмахҡа кемде тамуҡҡа бүлеп.
Беренсе булып уҡытыусы килә, ти:
– Мин ғүмерем буйы балаларға аҡыл өйрәттем, белем бирҙем! Миңә мотлаҡ ожмахҡа!
Фәрештә уны:
– Юҡ! Һин доғалар уҡытманың! Тамуҡҡа! – тип, бороп ебәргән.
Табип килгән дә:
– Мин кешеләрҙе һауыҡтырҙым, укол ҡаҙаным, ярҙам иттем! Мин ожмахҡа! – ти икән.
Фәрештә:
– Юҡ! Һин дә тамуҡҡа! Кешеләр беҙгә етеп кенә килһәләр, һин кире һөйрәп алаң да ҡуяң!
Өсөнсө булып ГАИ хеҙмәткәре ҡайғырып килә ята икән:
– Мин тамуҡҡалыр инде. Ғүмер буйы кешеләрҙе ыҙалаттым, машиналарын туҡтатып, аҡса һораным, өйҙәренә хаттар ебәрҙем! – тип, илай икән.
Фәрештә:
– Юҡ! Һин, киреһенсә, ожмахҡа! – ти.
ГАИ хеҙмәткәре:
– Нишләп? – тип, аптырай.
Фәрештә:
– Һине әллә ҡайҙан күргән һәр бер шофер белгән белмәгән доғаларын иҫенә төшөрә ине! – ти, икән.
Артың менән бар
Бер ир, ныҡ ҡына тейәп алған да, ҡунаҡтан ҡайтып килә икән.
Ике аҙым алға атлай ҙа, дүрт аҙым артҡа сигенә, ти.
Уның был ҡыланышын эскәмйәлә бер әбей ҡарап ултырған- ултырған да:
– Улым, артың менән бар! Шәберәк ҡайтып етерһең! – ти, икән.