Ҡалабыҙҙа минераль һыу заводы асылды. Бөлгөнлөккә төштө.
Вегетариандар өсөн магазин асылды. Бөлгөнлөккә төштө.
Китап магазины асылды. Бөлгөнлөккә төштө.
Уның ҡарауы, 25 йыл буйы көмөшкә менән һатыу итеүсе Мөслимә әбей ейәненә өс бүлмәле фатир һатып алып бирҙе.
***
– Һеҙ ни өсөн минең ҡултыҡ таяҡтарымды тартып алдығыҙ?
– Бер кемде лә имгәтмәһен, тине доктор.
– Ә ул ҡайҙа?
– Дауалаған өсөн күпме аҡса түләргә кәрәклеген әйтергә хәҙер килә.
***
Мин тәмәке тартмаусыларға һалым һалырға тәҡдим итәм. Тәмәке тартыусылар тәмәке һатып алып ҡаҙнаны тулыландыра. Тәмәке тартыусылар тәмәке тартмаусыларҙан иртәрәк аяҡ һуҙып, Пенсия фондының аҡсаһын экономиялай. Ә тәмәке тартмаусылар зыян ғына килтерә.
***
– Һин тағы ла эшкә һуңланың. Был юлы ниндәй сәбәп?
– Будильник ватылды.
– Тағы ла будильник! Яңыһын һатып ала алмайһыңмы ни?
– Бындай эш хаҡына быныһы ла тап-таман.
***
МРОТ-ҡа йәшәргә өйрәнгәндәр бер ҡасан да астан үлмәйәсәк.
***
Санкцияларҙан зыян күргән олигархтар һуғыш инвалидтарына һәм ветерандарына тиңләштереләсәк: улар сиратһыҙ хеҙмәтләндереләсәк, йәмәғәт транспортында бушҡа йөрөү хоҡуғына эйә буласаҡ, алыҫ юлға йөрөүсе поездарға билетҡа 50 процент ташлама аласаҡ.
***
Сосискалар һәм колбасалар тышлығындағы сусҡалар һәм һыйырҙарҙың ни өсөн ихлас көлгәнен беләһегеҙме? Сөнки унда үҙҙәренең булмауын беләләр.
***
– Ниңә кәйефең юҡ?
– Беҙҙең фирмала ҡыҫҡартыуҙар бара.
– Борсолма. Хужабыҙ ҡатыны менән айырылыша, уның бөтә туғандарын эштән ҡыуа.