+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
9 Февраль 2022, 11:00

Көлгәнгә – көлкө

– Ҡәҙерлем, миңә төн­гөлөккә әкиәт йә көләмәс һөйлә әле.– Мин һине яратам.– Был әкиәтме әллә көләмәсме?

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

Ресторанда.
– Нимәгә заказ бирәһе­геҙ?
– Мин башта менюны ҡарар инем.
– Менюны бирмәйәсәк­мен. Уҡығың килһә, ки­тап­ханаға бар.
***
– Мин уға биш йыл буйы мөхәббәт хаттары яҙҙым.
– Шунан?
– Ул почтальонға ке­йәүгә сыҡты.
***
Ике ир-егет йөксөләр бәйгеһендә еңгән. Улар 12-се ҡатҡа рояль мен­дергән. Әммә 11 тапҡыр подъезды бутағандар.
***
Минең йәштә күптән өйләнергә ваҡыт тип һөйләүҙән туҡтанылар, сөнки минең йәштәге­ләрҙең күбеһе айырылы­шырға өлгөрҙө.
***
Каникулға ҡайтҡан студент әсәһенә:
– Әсәй, миңә кәтлит бешер әле.
– Ә гарнирға ни әҙер­ләргә, улым?
– Гуляш.
***
Туған-тыумасаның ике төрө бар. 1. Ура, улар китә! 2. Ура, улар килмәй!
***
Төш көнө ғарҡ булғансы тығынмаҫ өсөн, мин, ғәҙәттә, төшкө ашҡа ярты сәғәт ҡалғас, ике тәрилкә билмән һыпыртып ҡуям.
***
Аҡыллы кеше һәр ваҡыт үҙенең хаталарын таный. Янында бер кем дә бул­мағанда.
***
Кис көнө саф һауа һу­ларға сыҡтым. Сәғәтем менән янсығымды талап алдылар. Баҡтиһәң, был һауала файҙалы бер нәмә лә юҡ икән.
***
– Унда Ғәли нисек?
– Һөргөнгә эләкте!
– Нисек?
– Өйләнде, ә ҡәйнә­һенең баҡсаһы ике гектар.
***
Кисә бер ҡап аҡса таптым. Һанап ҡарағайным, етмәй.
***
Былай нисек килеп сыға инде, ә? Әгәр бер үк ва­ҡытта һылыуҙар һәм аҡыллылар булмаһа, ти­мәк, мин бөтөнлөй юҡ­мынмы?!
***
– Кисә төнө буйы бор­ғоланып сыҡтым.
– Ни өсөн?
– Бетон болғауысҡа ҡоланым.
***
Элек бесәй өшөһә, телевизор өҫтөнә менеп ята торғайны. Ә хәҙер?.. Дүрт сантиметр ҡалын­лыҡ­тағы фанераның нин­дәй йылыһы булһын инде?!
***
– Һылыу, мин һине ҡайҙалыр күрҙем.
– Эйе, мин йыш ҡына ҡайҙалыр булам.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: