-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Февраль 2022, 15:00

Йыл һайын

– Ҡатыным тыуған көнө һайын яңы тун таптыра.– Ул тиклем тунды ни эшләтә һуң?– Белмәйем, әлегә һатып алғаным юҡ әле. ***

Йыл һайын
Йыл һайын

– Ҡатыныңдың тыуған көнөн хәтерҙә ҡалдырыуҙың иң һәйбәт ысулы ниндәй?
– Бер тапҡыр онотоу.
***
Мәктәптә биология дәресе. Уҡы­тыусы бер генә көн йәшәүсе бөжәктәр тураһында һөйләй. Һуңғы партанан тауыш:
– Шәп, ғүмер буйы тыуған көн!
***
– Ҡайнатма ашағың киләме?
– Килә.
– Туңдырма яратаһыңмы?
– Яратам.
– Лимонад эсәһеңме?
– Эсәм.
– Ә шоколад?
– Юҡ, миңә ярамай.
***
Поликлиника регистратураһында һары сәсле ҡыҙҙан һорайҙар:
– Тыуған көнөң?
– 2 август.
– Йылы?
– Йыл һайын.
***
– Бөгөн иртән атайым менән әсәйем теләһә ниндәй һорау биреп йәнемә тейҙе, – тип зарлана ҡыҙ әхирәтенә.
– Нимә хаҡында һорашты һуң улар?
– Тыуған көндә ни ашанығыҙ, кемдәр бар ине? Әйтерһең, мин хәтерләйем.

Р. АРҒЫНБАЕВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: