– Кроссворд сисергә яратам. Бының өсөн аҡса ла түләһәләр ине.
– Ҡарауылсы булып эшкә урынлаш.
***
– Доктор, мин ат кеүек эшләйем, сусҡа кеүек ашайым, эт кеүек арыйым, миңә ни эшләргә?
– Белмәйем, мин ветеринар түгел.
***
Йәмәғәт транспортында ысын ир-егеттәр күҙҙәрен йомоп ултыра, сөнки улар ҡатын-ҡыҙҙарҙың баҫып тороуын ауыр кисерә.
***
– Австралиянан осоусы самолет һауала шартлаған. Ирочка, быны нисектер йомшағыраҡ иғлан ит инде.
– Австралия самолетын ҡаршылаусы граждандар, өйҙәрегеҙгә ҡайтып китегеҙ!
***
– Ҡыйын булмаһа, тоҙ бир әле…
– Рәхмәт.
– Һин нимә, ниңә рәхмәт уҡыйһың? Беҙ бер команданан, бер үк эште башҡарабыҙ.
– Ниндәй?
– Тығынабыҙ.
***
Бер ир дуҫтарына һөйләй:
– Элек мин теннис, футбол, хоккей уйнай инем, шахмат, картинг менән шөғөлләндем. Әммә улым компьютерҙы ватҡас, барыһы ла бөттө.
***
Ике әхирәт һөйләшә.
– Әйт әле, һин ни өсөн кейәүгә сыҡмайһың?
– Берәү ҙә алмай.
– Һин бөтәһенән дә һорап сыҡтыңмы һуң?
***
Берәҙәк романтиктар вокзалдарҙа йәшәй. Поездарҙы ҡаршы алыу һәм оҙатып ҡалыу өсөн.
***
– Әллеү, ресторанмы?
– Эйе, һаумыһығыҙ!
– Беҙ һеҙҙә киске сәғәт етегә өҫтәлгә заказ бирергә теләгәйнек.
– Яҡшы! Ә ултырғыстарға заказ бирәһегеҙме?
***
Бүлек начальнигы урынбаҫарынан һорай:
– Һин ҡағыҙҙарҙы ҡайҙа тотаһың?
– Ышаныслы сейфта.
– Ул ысынлап та ышаныслымы?
– Әлбиттә! Уны бер ниндәй ҙә асҡыс менән асып булмай.
– Ә нисек асаһың?
– Тырнаҡтарым менән!
***
– Һин турникта нисә тапҡыр күтәрелә алаһың?
– Өс тапҡыр.
– Шулай ғынамы?
– Һуң бит был бер көндә, ә бер айҙа күберәк килеп сыға.
***
– Атай, һин ҡыҙҙырылған йәшелсә яратаһыңмы?
– Яратам, улым, бик ныҡ яратам.
– Бәхетең бар икән, беҙҙең баҡса яна.
***
Танышыуҙар сайтында бер ҡыҙ үҙе тураһында яҙа: “Осло күтәрмәле туфлиҙа – оҙон буйлы. Асыуландырмаһаң – изге күңелле. Мәғәнәһеҙ һорауҙар бирмәһәң – аҡыллы”. Беренсе хәбәр: “Утты яндырмаһаң, сибәр”.
***
– Был ҡуянды нисек ашаның? Һин инанған вегетарианец та баһа!
– Был – үс алыу. Ул минең кәбеҫтәмде ашаны.
***
– Ниңә кәйефең юҡ?
– Бөгөн тешемде емереп төшөрөп, аҡсамды тартып алдылар.
– Кем инде ул? Юлбаҫармы?
– Юҡ, стоматолог.