+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
15 Февраль 2022, 14:00

Робот эшләргә ине

Метеорологтан һорай­ҙар:– Һеҙҙең күҙаллауҙар һәр ваҡыт тап киләме?– Һәр ваҡыт! Тик көн­дәре генә тап килмәй. ***

Робот эшләргә ине
Робот эшләргә ине

– Ҡулъяулығыңды ниңә төйнәнең?
– Әсәйем мин фатирға аҡса түләргә онотмаһын өсөн шулайтты.
– Түләнеңме һуң?
– Юҡ, ул аҡса бирергә онотҡан.
***
Ни өсөн вулканға тиҫтә­ләрсә йыл йоҡларға ярай, ә миңә юҡ?
***
Ике әхирәт әрләшә.
– Һин иҫәр!
– Һин үҙең иҫәр!
Яндарына егет килә:
– Тынысланығыҙ, ҡыҙ­ҙар, һеҙ икегеҙ ҙә хаҡлы.
***
– Баҡсалағы картуфты күмергә һәм сүп үлән­дәрен йолҡорға робот эшләргә ине.
– Минеке бар, тик уға араҡы ҡойорға кәрәк.
***
Йәш судья беренсе эшен ҡарай. Телефон аша тәжрибәле колле­гаһы менән кәңәшләшә:
– Миндә көмөшкә ҡы­уыу­сы. Һин нисек уйлай­һың, уға күпме бирергә икән?
– Литрына 50 һум, шунан да артыҡ түгел.
***
Психотерапевт – па­циентҡа:
– Йоҡларға ятыр алдынан үҙегеҙҙең бөтә кү­ңелһеҙлектәрҙе лә ишек артында ҡалдырығыҙ.
– Һеҙ минең ҡатыным кухняла йоҡларға риза булыр тип уйлайһы­ғыҙмы?
***
– Был ҡала мәйет­хана­һымы?
– Эйе.
– Был Рустик. Әсәйем шылтыратһа, ул Светала, тип әйтегеҙ.
***
Көмөш туй алдынан.
– Был көндө нисек билдәләйбеҙ, ҡәҙерлем?
– Бер минут тынлыҡ менән.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: