-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
17 Февраль 2022, 09:00

Тик туйҙа ғына

– Һинең хәмер менән проблемаларың бармы?– Юҡ, ә бына унһыҙ… ***

Тик туйҙа ғына
Тик туйҙа ғына

Ике ир һөйләшә.
– Доктор миңә бер ай буйы йоҡларға ятыр алдынан 50 грамм коньяк эсергә ҡушты.
– Мин үҙемә бындай оҙайлы дауалауҙы ҡабул итә алмайым – тотош курсты бер көндә үтәм.
***
Беҙ йыш ҡына бер-беребеҙҙе аңлай алмайбыҙ, әммә Менделеев арҡаһында аңлау ғына түгел, хатта бер-беребеҙҙе хөрмәт итәбеҙ.
***
Кәнфиттәргә ҡарай алмаусы кондитер фабрикаһы эшселәренән айырмалы рәүештә, ликер-араҡы заводы эшселәре үҙҙәре сығарған продукцияға ыңғай ҡарай.
***
Бер ир башы ауыртып уяна. Кеҫәләрен аҡтара. Бер тин дә юҡ. Ҡалтыранған тауыш менән һорай:
– Егеттәр, мин кисә аҡса алдым да баһа.
– Беҙ уны эсеп бөтөрҙөк.
– Аллаға шөкөр, ә мин юғалтҡанмын икән, тип ҡурҡҡайным.
***
– Мин, ғөмүмән, эсмәйем! Тик туйҙа ғына.
– Ә һин кем булып эшләйһең?
– Тамада.

Р. АЙНЫҠШИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: