-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
20 Февраль 2022, 14:00

Пенсия иҫәбенә

Ҡар күп тиһегеҙме? Зар­ланмағыҙ, дуҫтар! Минең кәңәште тотһа­ғыҙ, отолмаҫһығыҙ. Ма­ши­нағыҙҙы төнгөлөккә көрткә ҡуйыр алдынан урындың бушмы-түгелме икәнен тикшерегеҙ. ***

Пенсия иҫәбенә
Пенсия иҫәбенә

Баҙарҙа.
– Йәш кеше, ниңә бә­ләкәй генә ҡуянды һуй­ҙың? Ите сәпсим юҡ бит.
– Мин һуйҙыммы? Хоҙай һаҡлаһын! Ул үҙе үлде...
***
– Доктор, дөрөҫөн әй­тегеҙ әле, һеҙ тәҡдим иткән үләндәрҙең фай­ҙаһы бармы?
– Әлбиттә! Улыма дача һатып алдым, ҡыҙымдың өйөн төҙөп бөтөрөп ки­ләм.
***
– Нимә иҫәбенә көн итә­һең?
– Пенсия иҫәбенә.
– Егерме биш йәштә пенсия алаһыңмы?
– Мин түгел, атайым ала.
***
– Ҡаҙҙың йәшен нисек белергә була?
– Тешенә ҡарап.
– Уның теше юҡ та ба­һа.
– Уның ҡарауы, минеке бар.
***
– Улың бeрәй нимә эш­ләй беләме?
– Эйе! Кисә хатта нәскиҙәрен үҙе йыуҙы.
– Булмаҫ!
– Душ кергәндә һа­лырға онотҡан.
***
Яңы ресторанда себен­дәр өсөн түшәмгә элен­гән таҫманы күргәс, беҙ шунда уҡ үҙебеҙҙең етди һәм абруйлы йортҡа элә­геүебеҙҙе аңланыҡ.
***
– Әсәй, мин кейәүгә сы­ғырға теләйем!
– Ҡыҙым, үҙеңде ке­йәү­ҙә икән тип күҙ алдына килтер ҙә, кухняла аш бешер.
– Әсәй, мин шаярттым!
***
– Ҡарале, бабай, әбе­йең һиңә гел ҡысҡыра, нисек түҙәһең ул?
– Ишетеү аппаратын һүндерәм, тамағы ҡар­лыҡҡансы ҡысҡырһын әйҙә.
***
Картуф бешерергә ҡуй­ҙым, ә үҙем бер генә минутҡа компьютер алдына ултырҙым. Дранки килеп сыҡты – кәс­трүл­дән көскә аҡтарып алдым.
***
Магазин. Касса. Һа­тыу­сы һорай:
– Һеҙгә тотҡалы пакетмы?
– Юҡ, аяҡлыһын бире­геҙ, янымдан йүгереп барһын өсөн.
***
Ваҡыт ҡалай тиҙ үтә. Кисә генә таныш бул­маған ҡыҙға “Сәләм” ти­гәйнем, бөгөн загста “Эйе” тим.
***
Ҡасандыр мин фото­ларҙа һәйбәт күренә инем. Хәҙер әллә фото­аппараттарҙың сифаты йылдан-йыл насарая инде?!
***
– Һин нимә, үлергә йы­йындыңмы әллә?
– Ниңә?
– Бөгөн беренсе тап­ҡыр таҙа кейем кей­гәнһең.

Пенсия иҫәбенә
Пенсия иҫәбенә
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: