+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Февраль 2022, 14:15

Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр

23 февраль байрамы еткәс, ҡатыны иренән һорай:– Ҡәҙерлем, нимә бүләк итәйем?– Миңә болгарка кәрәк!– Ах һин уны! Башҡорт етмәйме һиңә! – ти икән.

Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр
Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр

***

Ир эштән ҡайтһа, ҡатын затлы тун кейеп ултыра икән:
– Ҡайҙан алдың?
– Лотерея оттом!
Икенсе көн, алтын балдаҡтар кейеп, һырғалар тағып ултыра:
– Ҡайҙан алдың?
– Лотереяла оттом!
Өсөнсө көн Ҡара диңгеҙгә ике кешелек юллама тотоп ҡайтҡан:
– Ыста! Ҡайҙан алдың?
– Лотерея оттом!
Хәҙер былар ял итергә киткәндәр. Һыу инәләр рәхәтләнеп. Ир диңгеҙҙән өшөп килеп сыҡҡан да, яр буйынан ҡатынына ҡысҡыра:
– Ҡәҙерлем, һыуыҡ бит, тиҙерәк сыҡ! Лотерея билетыңа һыуыҡ тигеҙәһең!
***
Башҡорт менән чукча айыуға һунарға киткән. Алыҫ барғандар. Бейек тауҙы төшкәс, ҡаршыларына айыу килеп сыҡҡан. Чукча торған да ҡасҡан. Башҡорт, мылтығын алып, хайуанды йығып, алып ҡайтып килә, ти. Эңер төшөүгә, ауылға еткәс, чукча тора, ти:
– Ни эшләп ҡастың?
– Һиңә лә ҡасырға кәрәк ине, айыу беҙҙе ауылғаса баҫтырыр ине, ошонда атып йығыр инек, ә һин ыҙалап һөйрәп киләһең!
***
Мәктәптә, ғәҙәттә, насар уҡыған балалар иң артҡы рәттә ултыралар бит инде. Математика уҡытыусыһы, беренсе өҫтәлдән башлап, балаларҙан һорай икән:
– Икегә икене ҡушһаң, нисә була?
– Дүрт.
Артабан һораша торғас, аҙаҡҡы рәткә лә барып еткән.
– Сәлих! Бишкә биште ҡушһаң нисә була?
– Ағай, артта бер нимә лә ишетелмәй. Ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ минең урынға килеп баҫығыҙ, мин һеҙгә алдан әйтермен.
Урындары менән алышынғандар ҙа, Сәлих:
– Ағай! Һеҙ ҡасан күрше Зәйтүнә апайға, төндә йөрөүегеҙҙе туҡтатаһығыҙ?
– Ысынлап та! Артта бер нимә лә ишетелмәй икән.
***
Сәхнәлә йырсы йырлап бөткәс, тағы йырлауын һорағандар. Шулай итеп, өс-дүрт тапҡыр ҡабатланған. Йырсы, арып, хәле бөткән дә, халыҡтан һорай, ти:
– Ни эшләп мине бер туҡтауһыҙ йырлатаһығыҙ?
– Йырларға өйрәнмәйенсә, төшөрмәйбеҙ сәхнәнән!
***
Мәктәптә уҡытыусы уҡыусыларҙың диктанттарын тикшереп бөткәс:
– Сәлих! Шы-ыр хата яҙғаның бит!
– Апай! Һеҙ уҡынығыҙ бит!
***
Ике күрше, көндәш ҡатындар, урам буйына һөйләшеп торалар:
– Әхирәт! Әллә ауырып киттеңме? Көн дә иртәнсәк һинең өйөңдән доктор сыға.
– Мин бит “һуғыш башландымы?” тип һорамайым! Һинән таң менән көн дә Генерал сыға.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: