+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Февраль 2022, 16:05

Нисә оро бар?

(Эсһәң шарап – эшең харап!) Хәмер яуап табырға ярҙам итмәй, ул һорауҙы оноторға ярҙам итә. ***

Нисә оро бар?
Нисә оро бар?

Иҫерек ир тротуарҙан шыуыша. Һәр бағанаға башы менән бәрелә. Янына икенсе ир килә:
– Бәлки, һиңә ярҙам итергәлер?
– Ыһы. Маңлайымды ҡара әле, нисә оро бар?
– Алты!
– Улайһа, яҡшы. Тағы ла ике бағана, һәм мин өйҙә.

***

– Доктор, әйтегеҙ әле, минең йәштә эсеүҙе ташлап буламы?
– Кәңәш итмәйем, бабай. Бер аҙнанан һыу етешмәүҙән аяҡ һуҙасаҡһығыҙ.
***
– Әйҙә, һыранан окрошка яһайбыҙ!
– Мин риза, тик йәшелсә, колбаса, йомортҡа-маҙарһыҙ...
***
Стипендияны арттырыуға студент­тарҙың ата-әсәләре һәм уҡытыу­сыларҙан бигерәк, һыра етештереү компаниялары ҡыуана.
***
Өлкән йәштәге кеше өсөн тормошта берҙән-бер уйын-көлкө – нисә көн эсмәүеңде һанау.
***
Мин стакандан туңдырма ашарға яратмайым, сөнки стакандан араҡы эсергә яратам.
***
Ир – ҡатынға:
– Һөйөклөм! Ҡыуан! Эсеп арыным, башҡаса ауыҙыма ла алмайым!
– Саҡ ҡына көт, тиҙҙән икенсе һулышың асылыр.
***
Кисә атылған йондоҙҙо күргәс, өс теләк теләнем. Бер рюмка ла ҡойманылар хатта…
***
– Һөйөклөм, әйҙә улыбыҙға атайым хөрмәтенә уның исемен ҡушабыҙ.
– Алкаш типме?

Р. АЙНЫҠШИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: