Уҡытыусы Ғәлиҙән һорай:
– Атайың тыуған көнөңә нимә бүләк итте?
– Дүрт рогатка.
– Шаяртыуыңды туҡтат, мин ысынлап һорайым.
– Мин шаяртмайым! Атайым – райондағы берҙән-бер быяла ҡуйыусы.
***
– Тиҙҙән бесәйемә 14 йәш тула.
– Ә һин уны фотоға төшөрҙөңмө?
– Ниңә?
– Бәй, уға паспорт алырға кәрәк тә баһа!
***
Берәй осһоҙ әйбер һатып алайым әле. Аҡсам йәл түгел, ләкин уны туҙҙырғым килмәй.
***
Балалар йоҡоһо бик файҙалы. Бигерәк тә ата-әсәләрҙең нервы системаһы өсөн.
***
Таныш булмаған ир иртәнге алтыла ишегемә ныҡышмалы шылтыратты. Мин уға аҡырҙым, әгәр китмәһә, полиция саҡыртам, тип янаным. Теге үпкәләне, кисә кис барҙа юғалтҡан янсығым менән телефонымды бирмәҫкә булды.
***
Ир өйөнә күп итеп кәнфит алып ҡайтҡас, дүрт балаһына әйтә:
– Кем һәр ваҡыт әсәйҙе тыңлай, уның менән телләшмәй, ҡушҡан бер эшен эшләй, уға кәнфит бирәм. Кемгә тип уйлайһығыҙ?
Балалар күмәкләшеп:
– Һиңә, атай!
***
Уҡытыусы миңә, һин математиканы белмәйһең, тине һәм көндәлеккә ниндәйҙер һан ҡуйҙы.
***
– Иҫемә төшөрмәҫһеңме икән, мин кем: һабан турғайымы әллә ябалаҡмы?
– Һин минән бишенсе тапҡыр һорайһың инде, тумыртҡа!
***
– Мин натурам буйынса фәйләсүф, шуға күрә нимә ашауымдың айырмаһы юҡ: ҡара ыуылдырыҡмы әллә ҡара икмәкме?
– Күреүемсә, әле ҡара ыуылдырыҡ түгел, ә ҡара икмәк ашайһың.
– Ә ниндәй айырмаһы бар?
***
Әлдә кешенең башы икәү түгел, юҡһа, бүректәр менән дә, нәскиҙәр кеүек үк, мейе серер ине.