+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
3 Март 2022, 12:00

Рәхмәтем сикһеҙ

Ғәжәп: асфальттағы “Света, мин һине яратам!” тигән яҙыу тиҫтә­ләрсә йылдар тора, ә юл һыҙаты бер миҙгелгә лә түҙмәй. ***

Рәхмәтем сикһеҙ
Рәхмәтем сикһеҙ

Ике дуҫ һөйләшә.
– Кисә баҙарҙа “Өс айҙа нисек 1 миллион һум аҡса эшләргә?” тигән бик шәп китап һатып алдым. Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, китапта бит­тәрҙең яртыһы юҡ ине.
– Борсолма, ярты миллион да – аҡса.
***
Үҙебеҙҙең район поликлинаһында мин түләүле окулиста, түләүле урологта, түләүле терапевта, түләүле кардиологта һәм түләүле эндокринологта булырға өлгөрҙөм инде. Рәхмәт һиңә, Конституция менән гарантияланған түләүһеҙ Рәсәй медицинаһы!
***
Минеңсә, Ғәли ҙур финанс проблемаларына тарыған шикелле. Үҙем күрҙем: ике ҡыҙы бер пианинола уйнай.
***
Бер депутат икенсеһенән һорай:
– Беҙҙе ни өсөн күрә алмайҙар ул?
– Мин быны аңламайым, беҙ былай ҙа бер нәмә лә эшләмәйбеҙ.
***
– Ни өсөн юрислыҡҡа уҡыйҙар? – тип һорай мәктәп уҡыусыһы атаһынан. – Бөтә закондарҙы ла бе­лер өсөнмө?
– Юҡ, улым, ул закондарҙы белдекле урап үтер өсөн.
***
Ябай кеше өсөн социализм менән капитализмдың айырмаһы шунда: социализмда ул: “Ой, миңә колбаса етмәне!” – ти; капитализмда: “Ой, колбасаға аҡсам етмәй!” – ти.
***
Ҡәһәр һуҡҡыры коммунистар заманында эшселәр үҙ-ара заводта­рының шифаханалары, поликлиникалары, пионер лагерҙары менән маҡтанышһа, хәҙер олигархтарҙың яхталары, автомобилдәре, ҡәлғә­ләре менән маһая.
***
Түрә – секретаршаһына:
– Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙе лә кәңәшмәгә йый. Тиҙ!
– Селектор ашамы?
– Юҡ, “Класташтар” аша, шулай тиҙерәк булыр.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: