+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
5 Март 2022, 11:00

Минус һигеҙ

Интернетты ун минутҡа һүндерҙеләр, ғаилә ме­нән аралашырға сыҡ­тым, былай насар кеше­ләр түгел шикелле. ***

Минус һигеҙ
Минус һигеҙ

14 февраль... 23 февраль... 8 Март... Бәлки, уларҙы бер байрамға бер­ләштерергәлер: Ватанды һаҡлаусыларға ға­шиҡтарҙың Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө?!

***
Каратэ буйынса ҡара билбаулы ҡатын – ныҡлы ғаилә, тәрбиәле балалар, мөләйем ҡәйнә, яратыусы һәм тоғро ир.
***
Ҡатын – әхирәтенә:
– Кисә подъезға инһәм, унда маньяк тора.
– Ой, ҡот осҡос!
– Ул да шулай тине, аҙаҡ сығып ҡасты.
***
– Йәкшәмбе – беҙҙең ураҙа көнө!
– Ни булды? Һыуытҡыс бушанымы әллә?
– Юҡ!.. Беҙҙе берәү ҙә ҡунаҡҡа саҡырманы!
***
Ой, ҡыҙҙар! Кисә мин үҙемә шундай шәп тун, шунан тағы ла итектәр, ике салбар, өс кофта, сумка, босоножка алдым. Шунан ул психланды ла балкондан миңә сумаҙан да ырғытты.
***
– Кеше тормошонда студент йылдары – иң яҡшыһы, тип һөйләйҙәр, ләкин, ни эшләптер, быны әлегә тоймайым.
– Ун йыл көт. Барыһы ла сағыштырыуҙа беле­нә.
***
Һеҙ ауыр музыка тура­һында бер нәмә лә бел­мәйһегеҙ! Минең балам хатта перфораторға ла бейей.
***
– Сәләм, әхирәт! Хәл­дә­рең нисек?
– Нисегерәк әйтергә икән... Көн дә адвокат менән һөйләшергә тура килә.
– Баш китерлек берәй нимә булдымы әллә?
– Мин адвокатҡа кейәү­гә сыҡтым.
***
Бала саҡта минең ике генә хыялым бар ине: йәй – һыйыр дөмөкһөн, ҡыш – мәктәп янһын.
***
Төнгө сәғәт өстә телефон шылтырай.
– Ирек, һин ни эш­ләйһең?
– Йоҡлайым...
–Тапҡанһың ваҡыт!
***
– Һинең күреү һәләтең ниндәй?
– Минус һигеҙ.
– Минус?! Ә күҙҙәрең туңмаймы?
***
– Шаһит, һеҙ үҙ күҙ­ҙәрегеҙ менән күргәнде генә һөйләргә тейеш­һегеҙ.
– Аңланым.
– Һеҙ ҡасан тыуҙығыҙ?
– Әйтә алмайым, мин уны күрмәнем.
***
Магазин ишегендәге яҙыу: “Төшкө ашҡа киттем. Ашап туйғас ки­ләм”.
***
Миндә спорт менән ней­тралитет. Мин уның менән шөғөлләнмәйем, ә ул – минең менән.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: