-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
6 Март 2022, 15:00

Сихырлау

8 Мартта ҡатын иренән һорай:– Ҡәҙерлем, бөгөн ниндәй көн икәнен хәтерләйһеңме?– Әлбиттә! Иҫке стиль буйынса 23 февраль.

Сихырлау
Сихырлау

Беҙҙең эштә ҡатын-ҡыҙҙар байрамын билдәләнеләр. Шул тиклем күңелле булды: миңә, барыһын да сихырланың, тинеләр. Хатта минең өсөн махсус фейерверк ойошторҙолар.
Ҡыҙыҡ, 8 Март байрамы булмағанда, әйтәйек, урта быуаттарҙа, мине нисек ҡотларҙар ине икән?
– Ошолай уҡ тиерлек, тик тағы ла текәрәк: һине сихырсы тип атарҙар, һинең өсөн махсус усаҡ яғырҙар ине.
***

– Самат, тиҙҙән 8 Март, ҡатыныңа нимә бүләк итәһең?
– Бөтә әхирәттәре менән дә телефондан туйғансы һөйләшергә ирек бирәм.
***

Минең өсөн 8 Март – ғаилә байрамы. Шуға күрә мин, ағайым, атайым һәм ҡайным иртәнге сәғәт дүрттә түшәккә ҡәһүә килтерәбеҙ. Шунан балыҡҡа китәбеҙ…
***

23 февралдә ир-ат коллегаларын ҡотларға ҡатын-ҡыҙ уҡытыусылар йөҙәр һум аҡса йыя. 8 Мартта ир-ат уҡытыусылар ҡатын-ҡыҙ коллегаларын ҡотларға банкынан кредит ала.
***

8 Марттан һуң ике дуҫ осраша. Береһе икенсеһенән һорай:
– Һин ҡатыныңа 8 Мартҡа нимә бүләк иттең?
– Хушбуй. Ә һин?
– Ә мин балдаҡ…
– Алтынданмы?
– Юҡ, баскетболдыҡы. Шатлығынан әйҙә һикерә бирһен…
***

– Һин ниңә сәскәләрҙе һәр ваҡыт йоп һанда һатып алаһың?
– Бик ябай. Алты рауза һораһың, һиңә йәлләп ҡарайҙар, ҙур ташлама яһайҙар. Уңайлы: өс рауза – ҡатынға, өс рауза – һөйәркәгә.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: