+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
10 Март 2022, 09:00

Иртәнге аш эҙләйем

Ниңә барыһы ла юғары белем алырға ынтыла икән? Бына беҙҙең офиста 25 кеше, икеһе генә юғары белемле: йыйыштырыусы һәм курьер. ***

Иртәнге аш эҙләйем
Иртәнге аш эҙләйем

Бөтөнләй аҡылдан шаштылар! Хатта төштә реклама күрһәтә башланылар.
***
– Хәҡиҡәт һәр ваҡыт үҙенә юл табасаҡ.
– Беҙҙең юлдар менәнме?
***
Фатир ишегенә һалым инспекторы туҡылдата.
– Кем унда?
– Ҡурҡмағыҙ, ҡунаҡтар түгел.
***
Бай иртәнге алтыла тороп, усадь­баһын әйләнеп йөрөй. Уға фәҡир осрай.
– Ниңә иртән иртүк торҙоғоҙ?
– Мин иртәнге ашҡа аппетит эҙләйем. Ә һин?
– Ә мин аппетитыма иртәнге аш эҙләйем.
***
Бөгөн 12 һумға тауыҡ, 5 һумға ананас, 2 һумға алты кешелек һауыт-һаба һатып алдым. Ҡыҙым менән магазинлы уйнау ҡалай рәхәт!
***
Рәсәйҙә Айыҡтар көнө байрамын рәсми иғлан иткәндәр. Кешеләр шаңҡыған: уны нисек билдәләргә?
***
– Доктор, бынау ергә баҫһаң, ул ауырта.
– Баҫмағыҙ. Һеҙҙән 5 мең һум.
***
Бакты тултырғансы бензин ҡойғас, машина ике тапҡыр ҡиммәтләнә.
***
Мин пионер һәм комсомол булырға өлгөрмәнем. Хәҙер пенсионер булырға ла өлгөрмәм, ахыры.
***
Подъезд төбөндә ике әбей һөйләшә.
– Кешеләргә ышанырға кәрәк.
– Әгәр улар депутат булһа ғына.
***
–Телевизор ҡарауыңды туҡтат! Унда дөрөҫөн һөйләмәйҙәр. Интернетта ғына дөрөҫлөктө табырға мөмкин.
–Был дөрөҫ, интернетта хатта ҡайһы дөрөҫлөккә ышанырға икәнен һайлап алырға була.
***
Граждандар дәүләт өсөн бала һымаҡ. Дәүләт уларға уйындар уйлап сығара, әкиәттәр һөйләй, татлы вәғәҙәләр менән һыйлай.
***
Миндә түләүле медицина тәжрибәһе бар. Бер ваҡыт үҙемә бахила һатып алдым.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: