Ҡатын-ҡыҙҙар, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ! Һеҙ – кер йыуыусы түгел, һауыт-һаба йыуыусы түгел, ашнаҡсы түгел, йыйыштырыусы түгел. Һеҙ – таҙалыҡ фәрештәләре! Тәртип әһелдәре! Йәм алиһәләре! Өй – һеҙҙең ҡорам! (Һеҙгә аңлатмағандар ғына).
***
– Доктор, мин ирем менән айырылышҡандан һуң бик ныҡ таҙарҙым, әйтегеҙ әле, миңә ни эшләргә?
– Байрам итеүеңде туҡтат.
***
– Ҡәҙерлем, кәңәш ит әле, йоҡлар алдынан миңә нимә уҡырға икән?
– Мин телефоныңдағы хаттарҙы уҡып бөткәнсе доға уҡый тор.
***
Ҡатын менән бәхәсләшеү һәр төрлө мәғәнәнән мәхрүм: 90 процент осраҡта ул хаҡлы, тик 10 процент осраҡта ғына һин ғәйепле булып ҡалаһың.
***
Ҡатын-ҡыҙ өсөн машина – ҙур сумка, етмәһә, унда йөрөргә лә мөмкин.
***
Миңә нәскиҙәр паркын алмаштырырға ваҡыт түгелме икән?
***
– Ресторанда ни эшләйһең?
– Көмөш туйымды билдәләйем.
– Һорауы ла уңайһыҙ, ә ҡатының ҡайҙа һуң?
– Әлеге ҡатынымдың быға бер ҡыҫылышы ла юҡ, ул – өсөнсө йәмәғәтем.
Б. ТИМЕРОВ.