– Доктор, мин аяғымды ике ерҙән һындырҙым.
– Ул ерҙәрҙе хәтереңдә ҡалдырҙыңмы?
– Әлбиттә.
– Башҡаса ул ергә барма, йәме, – тигән доктор ҡыуанып.
***
Уҡытыусы:
– Курс эшең ҡайҙа?
Студент:
– Бер егет менән һуғышҡанда юғалттым. Ул һеҙҙең хаҡта, университеттың иң яҡшы уҡытыусыһы түгел, тине.
***
Ҡыҙ.
– Сәсемде һарыға буярға теләгәйнем, сал төҫ килеп сыҡты.
Егет.
– Бына һиңә кәрәк булһа, минең һөйгәнем ҡарсыҡҡа әйләнгән.
Ҡыҙ.
– Мыҫҡыл итһәң, һинән китәм.
Егет.
– Ҡайҙа? Ҡарттар йортонамы?
***
Һауа торошоноң көтмәгәндә үҙгәреүе кешеләргә ҙур файҙа килтерә, юҡһа, улар һүҙҙе ниҙән башларға белмәҫ ине.
***
Ике блондинка туҡталышта тора.
– Һиңә ҡайһы автобусҡа?
– 5-се, ә һиңә?
– 8-се.
58-се автобус килә. Икеһе бергә:
– Ура! Беҙ бергә китәбеҙ!
***
“Мин обезьянникта, аҡса менән килеп ҡотҡар! Тәлғәт” тигән смс алғас, Тәлиғә уны зоопарктан бик оҙаҡ эҙләһә лә таба алмаған.
***
Маршруткала. Пассажир:
– Анау ҡыҙыл машина янында туҡтағыҙ әле.
Шофер:
– Ҡыҙыл машина ҡуҙғалып китте, артынан ҡыуырғамы?
***
– Баш өсөн берәй нәмә бир әле.
– Ауыртыуҙанмы әллә иҫәрлектәнме?