+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
16 Март 2022, 15:00

Ни тине?

Үҙемә “йоҡо” төймәһе ҡуйыу тураһында хыялланам. Уға баҫтыңмы, шунда уҡ йоҡлап китәһең, төнө буйы пробле­мала­рың хаҡында уйламай­һың. ***

Ни тине?
Ни тине?

Адвокат судта:
– Иғтибарға алыуығыҙ­ҙы һорайым: минең яҡ­лаусымдың бала сағы ауыр булған – ата-әсәһе уға компьютер алып бир­мәгән.
***
Ике профессор паркта эскәмйәлә ял итеп ултыра.
– Кеше барыбер ҙә ғәжәйеп зат.
– Ниңә улай тип уй­лайһың?
– Уларҙың теләһә ҡай­һыһына күктә 95674­328­76932176978 йондоҙ бар тип әйт, ул ышана. Ә: “Һаҡ булығыҙ, буялған!” – тип яҙ, ул мотлаҡ бар­мағы менән тикшереп ҡарай.
***
Төндә өйгә ҡайтып ки­ләм. Яныма икәү килде.
– Туның менән бүркең­де сис!
Мин шулай эшләнем дә. Береһенең – тунын, икенсеһенең бүркен систерҙем.
***
Ике әхирәт серләшә.
– Кисә окулиста булдым.
– Ни тине?
– Алфавитты өйрәнергә ҡушты.
***
– Ҡәҙерлем, миңә ши­ғыр уҡы әле.
– Ярай, тик һин бер ҡайҙа ла китмә. Мин тиҙ генә китапханаға барып киләм.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: