-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Март 2022, 12:00

Херургмы әллә хирургмы?

Бер ир дарыу­ха­наға инә.– Медицина спирты бирегеҙ әле.– Рецепт бармы?– Булһа, үҙем яһар инем. ***

Херургмы әллә хирургмы?
Херургмы әллә хирургмы?

– Доктор, ошо тирәлә минең нимәмдер ауырта...
– Хәҙер мин һиңә ниндәйҙер таблетка яҙып бирәм.
***
Баш табип урынбаҫарын саҡырта.
– Бына ҡара, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы поликлиникаларға һәм дауаханаларға ведомствоның дауалау буйынса күрһәтмәләренән ситләшкән өсөн штраф һалырға тәҡдим иткән.
– Быны нисек аңларға?
– Хәҙер инвалидлыҡты бөтөрөү буйынса планды үтәмәгән өсөн дә штраф һаласаҡтар.
***

– Ни өсөн хәҙер табиптар пациенттарҙы ҡарар алдынан ҡулдарын йыумай?
– Еүеш ҡул менән аҡса алғылары килмәй.
***
– Атай, нисек дөрөҫ яҙыла: херургмы әллә хирургмы?
– Был уның насармы йәки яҡшымы икәненә бәйле.
***
Дауахана. Ауырыу шәфҡәт туташына зарлана:
– Әллә ниндәй ауыҙға алғыһыҙ тәмһеҙ дарыу, торғаны ағыу.
– Ниндәй дарыу?! Был бит төшкө аш.
***
– Доктор, миңә берәү ҙә ышанмай.
– Алдашыуыңды туҡтат.

И. ШАҺИНУРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: