-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
22 Март 2022, 11:00

Күпмеһен һатаһың?

– Алло, мин бөгөн эшкә килә алмайым, машинам боҙолдо.– Автобус менән кил һуң!– Минең автобусым юҡ бит. ***

Күпмеһен һатаһың?
Күпмеһен һатаһың?

Беләһегеҙме, иң ҙур суртанды Өфө балыҡ­сыһы 2012 йылда тотҡан, ауырлығы 520 килограмм, был унан алда алдаған балыҡсы­ныҡы­нан теп-теүәл 20 кило­грам­ға ауырыраҡ.
***
Космонавтарға рәхәт, уларға берәү ҙә: “Тюбик­тарыңды йыу!” – тип йәненә теймәй.
***
– Әйтегеҙ әле, һеҙҙә лимон бармы?
– Бар, нисәү кәрәк?
– 15.
– 12 генә бар.
– Улайһа, күпме бар, бөтәһен дә бирегеҙ.
– Бирә алмайым, һуңы­нан нисек һатыу итермен һуң?
***
– Мин һине яратам бит, иҫәркәй! – Кухня урта­һында баҫып торған егет күҙ йәштәренә төйөлөп ҡысҡыра. Ләкин таба­лағы картуф уның күҙ йәштәренә иғтибар ит­мәй, көйөүен дауам итә.
***
– Люция, ниңә һин һыйыр кеүек үкерәһең? Күҙ йәштәреңде түгеүҙе туҡтат, һинең тушың 30 бакс тора!
***
Балконда кибергә элен­гән ир-ат трусигын ел күрше балконға күсер­гәс, ул күршеләрҙең айырылышыу сәбәбенә әйләнгән.
***
Бер әхирәт икенсе­һенә:
– Беҙ яңы миксерҙы һынап ҡараныҡ. Помидор тултырғас, уны элек­тр­ға тоташтырҙыҡ.
– Шунан ни булды?
– Шунан кухнялағы обойҙы алыштырырға тура килде.
***
Өләсәй ейәне янына килә.
– Ашарға сыҡ, ризыҡ өҫтәлдә. Тиҙ бул, әтеү һыуына.
Ейән теләр-теләмәҫ кенә тороп кухняға сыға. Ә әбекәй йәһәт кенә ейәненең урынына ултыра ла ҡыуана-ҡыуана ҡул­дарын ыуа:
– Ниһайәт, минең дә сират етте!
***
Топ-модель – әхирәте­нә:
– Миңә Салауат менән туйҙы кисектерергә тура килде.
– Ниңә?
– Әле мин Наилға кейәүгә сығам.
***
Мин тишек джинсиҙы ниндәйҙер мода өсөн кеймәйем, сөнки баш­ҡаһы юҡ.
***
– Килеп еттек, беҙҙә авария! Сығығыҙ! Трамвай артабан бармай... Эй, һин! Ниңә тәҙрәне ваттың?
– Бында: “Авария булһа, тәҙрәне сүкеш менән ватығыҙ!” – тип яҙылған бит.
***
– Ҡоҙағый, һыйы­рың­дан көнөнә күпме һөт һауаһың?
– Ун литр.
– Күпмеһен һатаһың?
– Унды. Башҡаса булдыра алмайым, бала­ларға ла ике литр ҡал­дырырға кәрәк бит.
***
Бәләкәй саҡта Ирек, үҫкәс, кер йыуа, ашарға әҙерләй, өйҙө йыйыштыра торған машина уйлап сығарасаҡмын тип хыял­ланған. Үҫеп еткән. Уйлап сығармаған. Шуға күрә өйләнгән.

 

Күпмеһен һатаһың?
Күпмеһен һатаһың?
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: