+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
24 Март 2022, 18:00

Колхоз үгеҙе, әлбиттә.

Линолеумға йыл да аҡса йыймаҫ өсөн… 3-сө “Б” синыфының йонсоған ата-әсәләр комитеты “синыф иҙәненә асфальт йәйергә” тигән тәҡдим индерҙе… ***

Колхоз үгеҙе, әлбиттә.
Колхоз үгеҙе, әлбиттә.

Бабай, ауылдан килеп, Өфө буйлап троллейбуста елдерә икән.
– “Зәки Вәлиди” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
– “Мостай Кәрим” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
– “Мәжит Ғафури” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
– “Төхфәт Йәнәби” туҡталышы. Ишектәр ябыла, һаҡ булығыҙ.
Килә торғас, бабай троллейбус йөрөтөүсенән һорай ҡуйған: “Улым, мин Барлыбай Дәүләтов, минең туҡталыш ҡасан булыр икән?”

* * *

Дәрестә уҡытыусы уҡыусынан:

– Мин сабам, һин сабаһың, ул саба. Был ҡайһы заман була? – тип һораған.

– Тәнәфес ваҡыты, әлбиттә, – тип яуаплаған уҡыусы.

* * *

Уҡытыусы:
– Башҡортостанда иң көслө кейек нимә?
Уҡыусы:
– Колхоз үгеҙе, әлбиттә.

* * *

Әбей бабайына:
– Бабай, әйҙә, йәш саҡтарҙы иҫләп алайыҡ. Һин беҙҙең осраша торған урынға барып тор, ә мин һуңғараҡ яныңа килермен, – ти икән.
Бабай тыңлаусан ғына китә теге урынға. Бер сәғәт көтә, ике, өс, дүрт... Өшөп, төн еткәс ҡайтып керһә, әбейе... йоҡлап ята.
Иртән торғас, асыуланып, бабай әбейенә:
– Ниңә кисә килмәнең минең яныма?! – ти икән.
Әбей:
– Әсәйем сығарманы бит! – тип яуаплаған.

* * *

Илмираға биш йәш. Ҡарап тормай, аяғына ике төрлө ойоҡбаш кейә лә йөрөй. Әсәһе:
– Кеше күрһә, көлөр бит, ҡыҙ башың менән улай кейенеп йөрөмә, ишен табып кей, – ти икән.
– Аптырамаҫтар, заманаһы шулай бит, әсәй! – Тип, өләсәһенән ишетеп ҡалған һүҙҙе ҡулланып, яуап биргән ҡыҙыҡай.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: