– Бына, Сәлимә ҡыҙым, былар бор-о-о-н заманда йәшәгән.
– Өләсәй, ә һин бәләкәй саҡта уларҙан ҡурҡып урамға ла сыға алмай ултырғанһыңдыр әле, ивет?
***
Әсәһе улын янына ултыртҡан да былай тигән:
– “Бишле” билдәһе генә ал. Өс “бишле” алһаң, бер шоколад алып бирәм.
Малай “икеле” билдәһе алып ҡайтып ингән. Әсәһе, әлбиттә, шунда уҡ уҡыуы менән ҡыҙыҡһынған.
– Йә, улым, “бишле” алдыңмы?
– Әсәй, һинең аҡсаң әрәм булмаһын тип, “икеле” алдым, – тип яуаплаған улы.
***
Баш табип менән шәфҡәт туташы һөйләшә икән.
– Коронавирусҡа шиге булған пациент менән хәлдәр нисек?
– Былай насар түгел, айырым палатаға һалып ҡуйҙыҡ, махсус диета тәғәйенләнек.
– Ниндәй диета ул тағы?
– Печенье ашатабыҙ.
– Ни өсөн печенье?!
– Һуң, ишек аҫтындағы ярыҡҡа печеньенан башҡа бер нәмә лә һыймай бит!
***
Ике һунар эте һөйләшә.
– Кисә хужам менән урманда китеп бара инек, ҡаршыбыҙға ҙ-у-у-у-р айыу килеп сыҡты.
– Бер атҡанда тейҙергәндер хужаң.
– Эй, патрондарын онотоп ҡалдырған.
– Артабан нимә булды?
– Уның өҫтөнә ташландым да яман итеп өрөргә тотондом.
– Ә һин ҡыйыу!
– Юҡ, хужамдың ҡосағына һикерҙем, әйҙә, тайҙыҡ бынан тип ялбарҙым.
***
– Өләсәй, мин һине бөгөн үлемдән ҡотҡарҙым, вәт! – ти икән ейәне, йөрәген тотоп уфтанып ултырған өләсәһенә.
– Нисек итеп, балаҡайым? – тип һораған әбей.
– Табип килгәйне иртән, ишекте асманым да ҡуйҙым!..
***
– Өләсәй!
– Әү, балаҡайым...
– Өләсәй, ә ҡан тәмлеме ул?
– Ҡайҙан беләйем. Ниңәə ундай һорау бирәһең ул?
– Атайым, шул өләсәйең вис ҡанды эсеп бөттө, ти.
– Атаң башһыҙ бит ул.
– Точно, вис башымды кимерҙе өләсәйең, тип тә әйткәйне шул...