0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
26 Март 2022, 17:00

Битлек һатып алдыңмы һуң?

Ниңә икмәккә бөтөн өҫтәл аша үреләһең, улым? – ти әсәһе. – Телең бар ҙаһа? – Телем бар ҙа ул, – ти малай, – тик ҡулым оҙонораҡ бит. ***

Битлек һатып алдыңмы һуң?
Битлек һатып алдыңмы һуң?

– Тағы нимә эшләп бысрандың? – тип әсәһе улын әрләй.

– Кисә Ирек, мин ҡолағас, бик ныҡ көлгәйне. Ә бөгөн үҙе ҡоланы һәм мин унан тәгәрәй-тәгәрәй көлдөм, – тигән малай.

****

– Улым, шуны иҫеңдә тот: тәүҙә – ҡулды, шунан һуң ғына битте йыуырға кәрәк, – ти әсәһе.

– Мин гел шулай эшләйем, әсәй. Кисә ҡулдарымды йыуҙым, бөгөн битемде йыуам.

****

Психиатрия больницаһына сымдар тешләгән ниндәйҙер ир дүрт аяҡлап килеп инә.

– Беҙгә кем килеп инде? Бесәй балаһымы?

Ир кеше мөйөшкә бара. Табип артынан эйәрә:

– Көсөкмө?

Ир кеше икенсе мөйөшкә бара. Табип:

– Гөбөргәйел?

Ир:

– Һин миңә тыныс ҡына интернет үткәрергә бирәһеңме бөгөн, юҡмы?

****

– Әбекәй, ваҡ бәлештәрегеҙ яңы бешкәнме?

– Эйе, балам, күптәнән яңы инде улар!

****

– Таһир, Чапаев кем ул?

– Негр!

– Нисек “негр”?

– Ул бит аҡтарға ҡаршы һуғышҡан!

****

Уҡытыусы:

– Балалар, әйтегеҙ әле миңә, кем ниндәй һөнәр эйәһе булырға теләй?

Барыһы ла артист, космонавт, табип булырға теләй. Бер Ғәли генә:

– Ҡыш бабай! – ти.

– Ни өсөн Ҡыш бабай?

– Сөнки – Ҡыш бабай булыу – шәп һөнәр! Бер аҙна байрам итеп кенә йөрөйһөң дә, йыл буйы ял итәһең!

****

– Аллё! Был бишенсе “Б”ларҙың синыф етәксеһеме? Минең улым бөгөн мәктәпкә килә алмай.

– Ә кем менән һөйләшәм әле мин?

– Был минең атайым...

****

Ҡыҙ:

– Яңы йылда кем булып кейенәһең?

Егет:

– Шрек.

– Битлек һатып алдыңмы?

– Юҡ әлегә. Ә һин кем булып?

– Һылыуҡай...

– Битлек һатып алдыңмы һуң?

****

– Әсәй, тик борсолма, мин больницала...

– Һигеҙ йыл инде больницала табип булып эшләйһең, улым. Күпме әйтергә була һиңә: телефондан һөйләшкәндә ошо һүҙбәйләнеше менән башлама хәбәреңде, тип!

****

– Олатай, өләсәйем менән етмеш йыл бергә йәшәйһегеҙ,  ә һаман да уны “матурым”, “һылыуым”, “аҡҡошом” тиһең. Мөхәббәтегеҙҙең сере нимәлә  һуң?

– Улым, мин өләсәйеңдең исемен өс йыл элек оноттом да ҡуйҙым, ә һорарға ҡурҡып йөрөйөм...

****

Бер егет, матур ғына ҡыҙыҡай менән танышырға теләп, өндәшә, ти:

– Бөгөн кис нимә эшләйһең?

Ҡыҙыҡай, оялып ҡына:

– Бер нәмә лә эшләмәйем... – тигәс, егет:

– Ууууу... Үәт, ялҡаааау! – тип, ҡапыл ҡысҡырып ебәргәнен үҙе лә аңғармай ҡалған, ти.

****

– Айнур, ни өсөн күрше ҡыҙҙан контроль эште күсерҙең? 

– Ә ҡайҙан белдегеҙ, Фәнилә Маратовна? 

– Бишенсе һорауҙа Айгөл «белмәйем» тип яҙған, ә һин «мин дә» тигәнһең.

 

 

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: