+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
27 Март 2022, 17:00

Көлгәнгә – көлкө

– Ҡәҙерлем, минең туғандарыма шул тиклем ҡунаҡҡа барғым килә.

Көлгәнгә – көлкө
Көлгәнгә – көлкө

– Минең дә. Ләкин һин шуны күҙ алдыңа килтер: әгәр беҙ бармаһаҡ, улар шул ҡәҙәр шатланасаҡ.
– Улайһа, мотлаҡ ба­рырға кәрәк.
**
Әүҙем йәшәү рәүеше алып бармағанлыҡтан, сәләмәтлегем насарая барыуын аңланым. Шуға күрә хәмер алырға иң алыҫтағы магазинға йө­рөй башланым.
***
Элек янғын сыҡһа, күршеләр биҙрә йәки багор тотоп йүгереп килеп етә ине, ә хәҙер смартфон тотоп ҡарап торалар, янғын һүндереү­селәр килеп еткәнсе фотоны селтәргә ҡуйырға өлгөрәләр.
***
– Ҡыҙым, миңә, һин тәмәке тартаһың, тине­ләр.
– Подъезд төбөндә ултырған ҡайһы әбей менән һаулыҡ һораш­маным икән?
***
Нәшриәт мөхәррире шағирға:
– Былар шиғыр түгел, хатта рифмалары ла юҡ!
– Мин үҙенсәлекле стиль менән яҙам. Беренсе һәм һуңғы юлдар рифмалаша.
– Ә ҡалған 120 юл?
***
“Йәш омоновсы” түңә­рәгенә йөрөүсе мәктәп уҡыусылары алты ата-әсә йыйылышын ҡыуып таратҡан да инде.
***
– Ниңә яңы тараҡ һатып алдың? Аҡсаңды ҡайҙа ҡуйырға белмәй­һеңме ни?
– Иҫкеһенең теше һынды.
– Бер теш өсөн яңы тараҡ һатып алдыңмы?
– Ул һуңғы теш ине.
***
Мин – фотограф. Яҙы­лышҡас, йәштәргә һауа­ға осорор өсөн күгәрсен бирәләр. Ҡулдарына тоттороп ғәҙәттәге кадр яһайым. Шунан, үбеше­геҙ, тим. Кейәүҙәрҙең 99 проценты кәләште түгел, ә күгәрсенде үбә.­

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: