-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
28 Март 2022, 13:00

Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр

– Бесәйҙәр стресты бөтөрә, тиҙәр, шулаймы?– Әлбиттә, бер – икене тибеп осорһаң, рәхәт булып китә. ***

Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр
Рифат Йәмле Хандан көләмәстәр

"Бер көн эсендә нисек бер миллион һум аҡса эшләргә ? " тигән семинарҙы башлайбыҙ. Залға һорау:
– Семинарға билет нисә һум ине?
– Бер мең.
– Ә был залда нисә урын?
– Бер мең.
– Моғайын, аңлағанһығыҙҙыр. Рәхмәт, семинар тамам.
***
– Миңлебай, былай насар уҡыһаң, атайыңдың сәсен ағартаһың инде.

– Атайым ҡыуаныр ине, әле бит ул бөтөнләй ялтыр башлы!

***
– Тыуған көнөң ҡасан әле?
– 1 ғинуар.
– Нисәнсе йыл?
– Йыл һайын!
***
Малай өйгә йыртылған кәпәс менән ҡайта. Әсәһе аптырап һорай:
– Ни эшләттең?
– Әй, малайҙар, талап алды ла, футбол уйнаны...
– Ә һин нимә ҡараның?
***
Сабир атаһы менән мәктәп янынан үтеп бара.
– Улым, һин ошонда уҡыйһыңмы?
– Эйе.
– 20 йыл элек мин дә бында уҡыған инем.
– Әйтәм, беҙҙең уҡытыусы: "Һинең һымаҡ алйотто егерме йыл күргәнем юҡ!" – ти.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: