0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
31 Март 2022, 09:00

Һин бит эт түгел...

Уҡытыусы Төлкөбай Йыл­­ҡыбаевтың ҡушама­ты – Ленин, сөнки ул һәр сығарылыш кисә­һенән һуң пинжәктә һәм хәрә­кәтһеҙ ята. ***

Һин бит эт түгел...
Һин бит эт түгел...

Ғаилә ашап ултыра. Әсәһе улына:
– Мораҙым, ниңә ул һөйәкте кимерәһең, һин бит эт түгел, атайыңа бир.
***
– Тимәк, һин ҡаты­ныңды кәрт уйнарға өй­рәт­тең инде?
– Беләһеңме, был бик шәп идея булып сыҡты. Үткән шәмбелә эш ха­ҡым­дың яртыһын оттом.
***
– Мин йәйгә әҙерәк аҡса йыйырға булдым.
– Нимә, хәҙер йәй түләүлеме ни?
***
Ҡатын – иренә:
– Улыбыҙ бөтөнләй китап уҡымай! Көндәр буйы интернетта ултыра, йә атышлы уйнай. Уның ме­нән һөйләш, аңлат: китап уҡый башламаһа, ғүмер буйы ыҡ-мыҡ киләсәк, ике һүҙҙе лә ҡушып һөй­ләй алмаясаҡ.
Атай кеше улының бүл­мә­һенә инә:
– Теге... ҡыҫҡаһы... һин туҡта... әтеү... әсәйең дөрөҫ... һупалай... үҙең беләһең... һин мине аңланың...
***
Курткалы эттәргә һәр ваҡыт ҡыҙығып ҡарайым. Улар кеҫәләрендә ни йөрөтә икән?
***
Ғалимдарҙың ҡасан картуфты кесерткән йәки сүп үләне менән һеркә­ләндерергә башы етер икән? Әтеү ултырта-ултырта күҙем тондо!

***

Типографияла эшлә­йем. Визиткаларының ба­ҫылыуы, уларҙы килеп алырға мөмкин икәнен хәбәр итеү өсөн ярты сәғәт буйы пыр туҙып заказ биреүсенең телефон номерын эҙләнем.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: