– Кисә күршем ҡотомдо алды.
– Ни булды?
– Иртәнге дүрт, ул ишекте дөбөрҙәтергә тотондо.
– Аҡылдан шашҡанмы әллә.
– Мин дә шулай уйланым, ҡулымдағы дрелде саҡ төшөрөп ебәрмәнем.
***
Ҡолдарҙың эше дачниктарҙыҡынан шуның менән айырыла: уларға шашлыҡ ашатмайҙар.
***
“Сит кешеләргә инеү тыйыла” тигән табличкалар янында һәр ваҡыт тулҡынланам. Үҙемдең сит кешеме, түгелме икәнемде ҡайҙан беләйем. Бәлки, мине унда ғүмер баҡый көтәләрҙер?
***
– Мине һинең ҡортоң саҡты, – тип зарлана күршеһе умартасыға.
– Ҡайһыһы, күрһәт, мин уның кәрәген бирәм.
***
– Һин мәктәпте нисек тамамланың?
– Нигеҙҙә ҡәнәғәтләнерлек, хатта ике “бишле”м бар.
– Ниндәй предметтарҙан?
– Хеҙмәт һәм йырҙан.
– Һәйбәт, атайың менән әсәйең кем булып эшләй?
– Уҡытыусылар: әсәйем – йыр, ә атайым хеҙмәт дәрестәрен алып бара.
***
– Һин диңгеҙгә ни өсөн ҡара күлдәк алаһың?
– Һәр ваҡыт барыһын да күҙ уңында тоторға кәрәк, ирем йөҙә белмәй.
***
– Алло, Мәрйәм, һин ҡайҙа булырға теләйһең: диңгеҙҙәме әллә урмандамы?
– Әлбиттә, диңгеҙҙә, Вәлит! Әллә һин путевка алаһыңмы?
– Юҡ, һауа сафландырғыс һайлайым.