– Тимәк, бер ниндәй ҙә проблема юҡ.
– Ә мин эсмәйем.
– Шуға күрә проблемаларың тыуа ла инде.
***
Ваҡыт, ысынлап та, дауалай. Хәтерегеҙҙәме, бала саҡта араҡы нисек тәмһеҙ ине?
***
Егет барға ингәс, алты рюмка араҡы килтерергә ҡуша ла, бер-бер артлы эсергә тотона. Бармен:
– Мин һинең урында ашыҡмаҫ инем, бар әле генә ябылмай.
– Миндәге нәмә һеҙҙә лә булһа, ашығыр инегеҙ.
– Ә нимәгеҙ бар?
– Утыҙ тин аҡсам...
***
Мин һәр көн иртән бер стакан һыу эсәм. Ә бөгөн яңылыш бер стакан араҡы эстем. Бындай хәйерле иртәнең миндә бер ҡасан да булғаны юҡ ине әле.
***
Ике ир барҙа һөйләшеп ултыра.
– Мин өйгә ҡайтҡас, ҡатыным бер һүҙ ҙә әйтмәйәсәк, ул минең менән бер ай инде һөйләшмәй.
– Нисек?
– Ә мин уға гәүһәр кулон бүләк иттем.
– Шунан?
– Мин уға шундай шарт ҡуйҙым!
***
– Балалар, һеҙ тюльпан бөрөһөнөң төнгөлөккә ябылып, иртән йәнә асылыуын беләһегеҙме?
– Һыра ларегы кеүекме?
– Эйе, Ирек, һыра ларегы кеүек.
***
Эш табырға, тормошоңдо көйләргә һин һәр ваҡыт өлгөрәһең, ә бар өс сәғәттән ябыла.
***
Мин һиңә айфон алырға теләгәйнем, ләкин аҡса үҙемә һыраға ғына етте.
***
– Һөйөклөм,һин мөғжизәләр булмай, тигән булаһың, була икән! Бөгөн шәмбе кисе, ә мин быялалай ап-айныҡ!
– Кәйефеңде боҙғом килмәй, әммә бөгөн шишәмбе кисе!
Р. АЙНЫҠШИН.