***
Ҡайһы ғына етәксене тыңлаһаң да шул асыҡлана: ул йәш саҡта бер ваҡытта ла эшкә һуңламаған, махмурҙан сирләмәгән, кроссворд сисмәгән, ял көндәрендә лә эшләгеһе килгән.
***
– Ҡара әле, беҙҙең финанс хәлебеҙ яҡшыра шикелле. Мин иҫке күлдәгемде иҙән сепрәгенә әйләндерә аламмы?
– Алаһың… Ләкин шулай ҙа швабра өсөн тишек тишмәй тор…
***
– Әллеү, тура эфир! Мин яңғыҙ әсә, ике бәләкәй ул үҫтерәм. Хөкүмәттән ни көтә алам?
– Кәмендә әрмегә ике повестка!
***
Дарыухана. Йәш һатыусы:
– Халыҡ бөгөн ниңәлер йөрәк дарыуҙарын күп ала, магнит дауылымы әллә?
Тәжрибәле һатыусы:
– Юҡ, фатир өсөн счет килтергәндәр…
***
Ул нигеҙҙә һау-сәләмәт булған, ә һуңынан доктор уның эре фирма хужаһы икәнлеген белгән…
***
Донъя матур, донъя киң, тип һөйләйҙәр. Мин әлегә күрмәнем, ләкин был хаҡта күп ишеттем, хатта фильмдарҙа ла ҡараным.
***
Эш хаҡым һуңғы осорҙа ҡайтарып бирелгән аҡсаны хәтерләтә.
***
Алтмыш йәштән һуң кешеләр хөкүмәткә үс итеп йәшәй.
***
Һиңә күңелһеҙ һәм яңғыҙһыңмы? Бер кем дә шылтыратмай, хат яҙмай һәм өйөңә килмәйме? Романтикалар һәм мажаралар юҡмы? Кредит ал да түләй башла!
***
– Аҡсаңды нисек һаҡлайһың? Долларҙамы әллә евроламы?
– Хәтерләүҙәрҙә.
***
Атаһы улын медицина университетына барырға өгөтләй:
– Һәр ваҡыт эшең буласаҡ. Ултыртып ҡуйһалар ҙа, хатта зонала ла табип буласаҡһың.
***
Мин ихатала балаларҙың хәҙер машиналарға ҡарағанда күберәк булған быуындан.