– Ирем кассала эшләгәс, «аҡса» һүҙе сыҡһа, ҡулын алға һуҙып тик тора, – ти икән бер ҡатын.
– Ә минең ир ҡатындар араһында эшләгәс, гел улар тураһында һөйләп тик ултыра, – тип әйтә, ти, икенсеһе.
***
Тормошобоҙ йылдан-йыл ҡатмарлаша барҙы. Кеҫә телефоны сыҡҡас уның менән эш итә алмайынса этләнеп бөткәйнек. Унан һуң компьютеры менән баш әйләнде. Ул ғына артта ҡалғайны, магазиндарға аш-һыу килеп тулғас, колбасаға күпме ит ҡушылғанын, пакеттағы һөттөң сифатын, икмәктә күпме он барлығын йәки юҡлығын һәм башҡа туҡланыу аҙыҡтарының сифатын белә алмайынса баш ҡатты.
***
Өләсәйҙәр, егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тигәс, һөнәр артынан һөнәр үҙләштереп йәйәү йөрөнөк. Ә хәҙер егеттәрҙә бер һөнәр: компьютер алдына ултырып эшләйҙәр ҙә, иномаркаға ултырып, өйҙәренә ҡайталар.
***
Күршем: «Пенсиәм әҙ булғанлыҡтан, депутаттарға, уны ошо уҡ күләмдә айына ике мәртәбә түләй алмаҫһығыҙмы икән, тигән мөрәжәғәт менән сыҡтым», – тине.
«Торғонлоҡ һәм көрсөк йылдарынан һуң ил тотороҡлолоғона ҡарағанда, пенсиәгеҙҙе айына бер тапҡыр түләгәнгә лә шөкөр итеп кенә йәшәгеҙ», – тигән яуап алған.
***
Санкция илде бөгә алмаһа ла, ябай халыҡтың билен бөгә бирҙе. Әтеү эйелеп иҙән дә һепермәй башлағайнылар. Әммә алданыраҡ бөгөлгәндәр турая башланы.
***
Ҡырҡ йыл буйы аслы-туҡлы йәшәп алған «Жигули»йын «өф-өф» итеп тотҡан Ғиззәтулла бабай сепрәк менән уны һөрткөләп сыҡҡас, малайының йортта торған, үҙенең иҫке өйөнән әҙ генә түбәнерәк ҡара машинаһына ҡарап торҙо ла: «Бынау ҙа булдымы машина!» – тип ҡуйҙы.
Фәрит ӘХМӘТОВ.