– Һалдат, һин ни өсөн ашханаға пулемет менән йөрөйһөң?
– Иптәш капитан, минең тағы ла компотһыҙ тороп ҡалғым килмәй.
***
Вундеркинд малай 13 йәшендә – мәктәпте, 16-ла – университетты, 17-лә аспирантураны тамамлаған, ә һуңынан 10 йыл буйы урманда әрменән ҡасып йөрөгән.
***
V класс дәреслегенән билдәле булыуынса, емеш ағастарын зарарланмаһын өсөн сәскә атҡанда эзбиз менән буяйҙар. Аңлатығыҙ әле, әрмелә яҙ көнө ҡайындарҙы, ағас һәм тимер бағаналарҙы ни өсөн аҡҡа буяйҙар? Ниндәй уңышҡа иҫәп тоталар?
***
Мин әрмелә хеҙмәт иткән арала яратҡан ҡыҙым машина йөрөтөргә танытма алған, ябыҡҡан, аҡсалы эш тапҡан. Ә мин карауатты матур итеп йыйыштырырға өйрәндем.
***
Әрме – айырыуса ирекле эш: теләһәң – бар, теләмәһәң – көсләп алып китәләр.
***
Төҙөлөш батальоны һалдаты тәмәке тартырға туҡтаған. Тәмәке алып ауыҙына ҡапҡас, ҡаптағы яҙыуҙы уҡый: "Һаулыҡ һаҡлау министрлығы иҫкәртә: тартыу һеҙҙең сәләмәтлеккә зарарлы". Төтөн һурғас:
– Ҡара һин уларҙы, көрәктәргә былай тип яҙмайҙар бит!
***
Ашханала.
– Кем дежур?
– Мин, иптәш полковник!
– Ни өсөн ашҡа лавр япрағы һалмайһығыҙ?
– Ашамайҙар, иптәш полковник!
***
Полковник көләмәс һөйләй. Бер лейтенанттан тыш, бөтә офицерҙар ҙа көлә.
– Ә һеҙ, лейтенант, ниңә көлмәйһегеҙ?
– Иптәш полковник, мин һеҙҙең частан түгел.
***
Генерал плацты тикшереп йөрөгәндә тәмәке төпсөгө күреп ҡала.
– Кемдеке?
– Бер кемдеке лә түгел, иптәш генерал, тарта алаһығыҙ.
***
Йәмһеҙ ҡыҙҙарҙың булмауына яртынан һуң түгел, ә казармала бер ай йәшәгәндән һуң инанаһың.