+17 °С
Облачно
Көләмәстәр
7 Апреля 2022, 09:00

Былары – «ярата»

Мин үҙемдең ноутбуктан үлеп көнләшәм: ул йә туҡ­ланыу режимында, йә йоҡ­лай… ***

Былары – «ярата»Былары – «ярата»
Былары – «ярата»

Ҡатыным һорай:
– Бесәйебеҙ менән икәү­ләшеп барҙа булдығыҙмы әллә?
Сәсәнем:
– Ниңә улай тип һорайһың?
– Шигем бар: ул да эсә буғай. Өйҙә ҡунманы, иртән генә ҡайтты, тупһала уҡ мыяуланы, һыу эсте лә йоҡ­ларға ятты…
***
Миңә элекке эшем оҡшай ине, әммә ҡатыным, ғүмер буйы диван шоферы булып эшләү мөмкин түгел, тине.
***
Статистика буйынса, туй­ҙа­ғы иң оҙон тостар: «Мин, әлбиттә, оҙаҡ һөйләй бел­мәйем», – тигән һүҙҙәр менән башлана.
***
– Был ромашкалар нисә һум?
– Егерме.
– Ә былары?
– Өс йөҙ.
– Ә ни өсөн бындай айырма?
– Былары – «ярата».
***
– Ғәли, Ғәлиә менән мөнә­сәбәттәрегеҙ ысынлап та етдиме ни?
– Шул ҡәҙәр етди, минең менән осраша башлағаны бирле бер тапҡыр ҙа йылмайманы.
***
– Ҡҡҡәҙерлем, мин бббө­гөн эсмәнем.
– Йәле ҡабатла: «Ҡарама­лының ҡара малайына сана ҡарамаларға биргән инем, ҡарамалаһа ла, ҡарамала­маһа ла алып ҡайт».
– Эстем…
***
Ике дуҫ автобус туҡталы­шын­да осраша.
– Сәләм! Һине күптән күр­гәнем юҡ. Өйләндеңме әле?
– Юҡ.
– Нимә көтәһең?
– Автобус.
***
Ҡатыным тырнаҡтарын төрлө төҫтәргә буяһа – төҫтәр менән уйнау, был – ҡыҙыҡ һәм матур. Ә мин ике төрлө нәскиҙә йөрөһәм, мин – аңра.
***
– Әсәй, әсәй, атайым ни өсөн карауат аҫтында ултыра ул?
– Атайың өйҙә хужа, ҡайҙа теләй, шунда ултыра.
***
Телефон шылтырай.
– Ғәли! Тыуған көнөң ме­нән!
– Рәхмәт. Кем әле был?
– Был – тормошҡа аш­маған хыялың!
– Мотоциклмы?
***
– Шәмбе көндө мине сит планета кешеләре урланы. Бөләңгерт яҡтылыҡты, нин­дәйҙер төймәләрҙе, әкрен генә юғарыға күтәрелгә­немде хәтерләйем.
– Һин иҫеректе беҙ унынсы ҡатҡа алып мендек, иҫәүән!
***
Сират.
– Зинһар, мине үткәрегеҙ әле, һорайым ғына.
– Аҡылыңдан яҙҙыңмы әллә? Был – банкомат.
***
Хәҙер мин һинең янға офисҡа киләм, тип әсәйем шылтыратты. Кабинет буйлап йүгерҙем, куртканы шкафҡа элдем, өҫтәлде тәртипкә килтерҙем, быс­раҡ көрөшкәләрҙе йәшереп ҡуйҙым. Юрис. 31 йәш. Директор.
***
Беҙ, ата-әсәләр, ғүмер буйы ҡайҙалыр ашығабыҙ. Тиҙерәк үҫһен ине, тиҙерәк атлап китһен ине. Бына үҫеп етте, атлап китте. Ҡайҙа киткәнен әйтеп йөрөһә ярай ҙа ул.
***
Ҡатыны иренә ике галстук бүләк итә. Ире уларҙың бе­реһен шунда уҡ муйынына тағып ҡуя. Ҡатыны, турһа­йып:
– Нимә, икенсеһен оҡшат­ма­ныңмы ни?
***
– Мин араҡы менән тәмә­кенең зарары тураһында күп уҡыным, шуға күрә ташларға булдым.

– Араҡынымы әллә тәмә­кенеме?
– Уҡыуҙы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас