-3 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
8 Апрель 2022, 14:00

Минеке түгел

– Шоферлыҡҡа танытма ал­дыңмы әле?– Алдым, фамилиямды яҙа­һы ғына ҡалды. ***

Минеке түгел
Минеке түгел

Ике шофер һөйләшә.
– Ниңә һин көн дә кис яңы машинаңдан бензинды ағыҙып алаһың да иртән кире ҡояһың?
– Беләһеңме, был мәхлүк төндә лә бензин һемерә шикелле…
***
– Ҡәҙерлем, юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн мине гаишник туҡтатты. Ни эшләргә?
– Уға телефоныңды бир!
– Ҡара әле, туған, уның та­ныҡлығын ярты йылға тартып алырға, тип яҙ. Һуңынан мин һине бәхилләрмен. Телефонды ҡатыныма бир!
– Һөйөклөм, мин бөтәһе тураһында ла һөйләштем, протоколға ҡул ҡуй.
***
Машина йөрөтөүсе ике әхи­рәт һөйләшә.
– Беләһеңме, рулдә саҡта кеҫә телефонынан һөйләшкән өсөн штраф һала башлағас, машинала һөйләшеүҙе туҡтат­тым.
– Ҡыйын түгелме, һөйләш­кең киләлер бит.
– Рәхәтләнеп СМС яҙам.
***
– Машинаңды ҡарҙан та­ҙарттыңмы әле?
– Бишенсеһен таҙартам, уныһы ла минеке түгел.
***
– Үтенеп һорайым, бер генә минут һөйләнмәй ултыр әле, – ти ир ҡатынына. – Әтеү двигатель ҡабынғанмы, юҡмы икәнен белә алмайым.
***
Иремде машинала йөрөтөргә яратам. Ҡысҡыра, һүгенә, ҡул­дарын болғай. Хис-тойғолары баштан аша! Уның ҡарауы, һуңынан өйҙә шым ғына ултыра, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуы­на ҡыуанып бөтә алмай.

 

Автор: "ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас