***
Ҡатын:
– Мин гәзиттән, кеше бер йылда 3 кило тоҙ ашай, тип уҡыным.
Ир үтә тоҙло ашты ашай-ашай:
– Бәлки, шулайҙыр. Тик бер юлы түгел…
***
– Рәхим итегеҙ! Һеҙ беҙҙең шифаханала үҙегеҙҙе өйҙәге кеүек тоясаҡһығыҙ!
– Аҡсамды кире ҡайтарығыҙ! Мин һауыт-һаба йыумаясаҡмын!
***
Бер кеше ауылдағы танышына ҡунаҡҡа килә. Ҡыш, һыуыҡ, теге төшөрөп алған, гармунда уйнай.
– Ҡатының ҡайҙа?
– Ишек алдында утын яра.
– Оятың ҡайҙа? Һин йылы өйҙә гармунда уйнап ултыраһың, ә ул һыуыҡта утын яра!
– Ул гармунда уйнай белмәгәс, ни эшләйем һуң?
***
Ҡатын:
– Ҡәҙерлем, ашым оҡшанымы?
– Тауыш сығарыр өсөн тағы ла сәбәп эҙләйһеңме?