0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
12 Апрель 2022, 17:00

Түләү өсөн

Ура! Мин коррупцияға ҡаршы көрәшеү ысулын уйлап таптым. Ришүәт алыусылар ришүәт алыуҙан туҡтаһын өсөн, уларға ришүәт бирергә кәрәк. ***

Түләү өсөн
Түләү өсөн

Реклама уҡыйым: «Һыу да­рыу­ға әйләнһен өсөн уны нисек дөрөҫ эсергә?» Минең тәҡдим: «Һыу колбасаға әйләнһен өсөн уны нисек дөрөҫ файҙала­нырға?»
***
Һәйбәт асфальт юлда аунап ятмай.
***
Шулай итеп, ханымдар һәм әфәнделәр, илебеҙҙә беҙ эшһеҙлекте еңдек. Хәҙер эшһеҙҙәрҙе генә еңәһе ҡалды.
***
Һайлау комиссияһында де­путатлыҡҡа кандидаттан документтар ҡабул итәләр.
– Һуңғы эш урынығыҙҙа оҙаҡ эшләнегеҙме?
– Ун биш йыл.
– Шәп! Ә ни өсөн киттегеҙ?
– Мөҙҙәтем тулды.
***
– Хәҙер һеҙгә таблеткалар яҙып бирәм, ашағандан һуң көнөнә биш тапҡыр эсерһегеҙ.
***
Юлдарҙағы соҡорҙарҙы ре­монтлаусыларға ысын күңел­дән ғүмерҙәре буйына тик ямаулы ойоҡбаштар ғына ке­йеүҙәрен теләйем.
***
Телевизорҙан реклама ҡа­райһың – унда журналға реклама бирәләр. Журнал һатып алаһың – ә унда магазин рек­ламаһы. Магазинға бараһың – ә унда телевизор һаталар. Телевизор һатып алаһың, тоҡан­дыраһың – ә унда йәнә ошо уҡ журналға реклама. Был ни һуң?!
***
Кеше эшһеҙ йәшәй алмай, тигән легенданы бер ваҡытта ла эшләмәгәндәр бер ваҡытта ла ял итмәгәндәр өсөн уйлап сығарған.
***
– Хәҙер барыһы ла: тыуыу ҙа, уҡыу ҙа, дауаланыу ҙа, ерләү ҙә бик ҡиммәт. Беҙ ни өсөн йәшәйбеҙ һуң?
– Түләү өсөн.
***
Һалым инспекцияһы. Йыллыҡ отчет тапшыралар. Инспектор кабинетынан бухгалтер сыға ла, еңел һулап: “Тапшырҙым!” – ти. Сираттан тауыш: “Күсерт әле”.
***
– Беҙҙә чиновниктар түгел, ә ниндәйҙер һигеҙаяҡтар.
– ???
– Шундай итеп йыялар, әй­терһең, һигеҙ ҡуллылар.
***
Танышыу. Ҡыҙ егеткә:
– Һин һәр ваҡыт шулай етдиме? Бәлки, берәй көлкөлө нәмә һөйләрһең.
Егет:
– Эш хаҡым тураһында хәҙер үк һөйләгем килмәй.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: