

Хәҙер китаптарҙың кәрәге ҡалманы, тип һөйләйҙәр. Йәнәһе, интернетта барыһы ла бар… Ә өҫтәл һелкенһә, уның аяҡтарына нимә ҡыҫтырырһың? Яндекстымы?
***
– Атай, “һаран ике тапҡыр түләй” ни була ул?
– Миҫал: беҙҙең бухгалтерияла эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар 50-шәр һум йыйып, баҙарҙан ҡытай сәйгүне һатып алды. Хәҙер уны йүнәтергә – 800-әр, йүнле сәйгүн алырға 200-әр һум аҡса йыялар.
***
– Сәләм, һиңә микроволновка кәрәкмәйме? Арзанға бирәм. Әйләнә, тик йылытмай…
– Йәғни тауыҡ йылынмай, әммә туйғансы әйләнәме?
***
Бала һорай:
– Әсәй, атайымдың атаһы, әсәһе бармы?
– Әлбиттә, бар… Вәлихан олатайың, Вәсимә өләсәйең.
Шунда гениаль һорау яңғырай:
– Улар уны ни өсөн беҙгә бирҙе?
***
– Донъяла минән дә бәхетлерәк кеше юҡ!
– Ғашиҡ булдыңмы әллә?
– Юҡ, ниһайәт, йоҡомдо туйҙырҙым.
***
Башта аусылар ҡабанға бара, аҙаҡ өйрәккә лә ризалар, һөҙөмтәлә серәкәйҙәрҙе үлтерәләр.
***
Туҡтауһыҙ һөйләүсе ҡатын-ҡыҙҙы һуңғы сиктә «Һатып алам», «Яратам», «Эйе, мин иҫәр!», «Янғын!» тигән һүҙҙәр менән генә бүлдерергә рөхсәт ителә.
***
– Ой, һылыу, һин шундай сибәрһең… Ни өсөн беҙ әлегә ҡәҙәр таныш түгел?
– Тимәк, һин бәхетле кеше.
***
Көн һәйбәт булырға һүҙ бирҙе, ләкин һүҙендә торманы.
***
Берәҙәктәргә аҡса бирмәүемдең ике сәбәбе бар: 1) уларға аҡса хәмер алырға кәрәк; 2) миңә аҡса хәмер алырға кәрәк.
***
– Һин ниндәй балыҡ тоторға теләйһең?
– Баклажан.
– Ундай балыҡ юҡ!
– Нисек инде юҡ? Ыуылдырығы бар, ә балыҡ юҡ?!
***
Поезд купеһында йоҡомһорап барған пассажир янына проводник килә.
– Ғәфү итегеҙ, һеҙҙең билет Пензаға, ә беҙҙең поезд бөтөнләй икенсе яҡҡа бара.
– Һеҙҙең машинистар шулай йыш яңылышамы?
***
Ашханала.
– Ашарға нимәләр бар?
– Гуляш ҡына.
– Менюла тиҫтәнән ашыу ризыҡ күрһәтелгән.
– Улары аппетитты асыу өсөн.
***
– Сирләйһеңме әллә?
– Юҡ.
– Улайһа, ниңә таблеткалар ашайһың?
– Дарыуҙарҙың һаҡлау мөҙҙәте сыға.
***
Ир курортҡа киткән. Бер аҙнанан һуң ҡатын СМС ебәрә: “Нисек ял итәһең? Һауа торошо? Диңгеҙ?” Ирҙең яуабы: “Белмәйем… Экскурсиянан шарап заводында тороп ҡалғанмын”.
***
Минең бик күп етешһеҙлегем бар. Әлеге ваҡытта улар – йылылыҡ, иркәләү, иғтибар, һөйөү һәм һоҡланыуҙың етешмәүе.
***
Ике әхирәт һөйләшә:
– Яңы егетең нисегерәк?
– Мин уны ташланым, алдаҡсы булып сыҡты. Баймын, ти, ә үҙе Форбс исемлегендә юҡ.