0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Көләмәстәр
16 Апреля 2022, 12:00

Икенсеһен дә күрһәте­геҙ

Әбейҙәр, әйтегеҙ әле, ир­тән етелә автобустағы бө­тә урындарҙы ла биләп, ниндәй эшкә йөрөйһөгөҙ ул?

Икенсеһен дә күрһәте­геҙИкенсеһен дә күрһәте­геҙ
Икенсеһен дә күрһәте­геҙ

***
Ябығырға йыйынам. Шуға күрә өйгә пицца килтерергә заказ бирмәйенсә, үҙем барып алырға булдым.
***
Йөҙ йәше тулған көндә юбиляр участка табибына:
– Мин һеҙгә шул тиклем өйрәндем! Әгәр һеҙ, Аллам һаҡлаһын, үлә ҡалһағыҙ, минең турала кем хәстәрлек кү­рер икән?!
***
– Ҡатыным Ҡыҙыл китап­ҡа индерелгән.
– Нисек?
– Минең паспортыма, ғаи­лә хәле бүлегенә.
***
Ҡатын өйөнә шылтырата. Трубканы ире ала:
– Алло!
– Кәли, бөгөн беҙгә берәй иҫәр ҡатын шылтыратманымы?
– Юҡ, ҡәҙерлем, һин беренсе булып шылты­рат­тың.
***
Дуҫтарыма минән аҡ­са ғына кәрәк, тип уйлайым йыш ҡына, шунан тынысланам, сөнки минең аҡсам да, дуҫ­тарым да юҡ.
***
Ир менән ҡатын обой йә­бештерә. Ир:
– Һөйөклөм, әйҙә, был эш менән балыҡ­тар һымаҡ шө­ғөллә­нәбеҙ.
– Улай нисек була, ҡә­ҙерлем?
– Өндәшмәйенсә.
***
– Һин аҡыллымы?
– Аҡыллы!
– Аҡылы булған ниндәй оло кеше тәбейәнән һал­даттар яһап, уларға звание бирә?
– Мин шаярам.
– Ысынмы? Улайһа, ярай. Әгәр мин анауһын ашаһам?
– Полковникка теймә, был һалдаттарҙың абруйын тө­шөрә.
***
Ышанысыңды юғалт­тыңмы? Был – ҡурҡы­ныс. Башҡа кеше табып, һиңә хужа булыуы ихтимал.
***
Иртән ҡатыным тағы ла: «Нәскиҙәрең теләһә ҡайҙа ята!» – тип мыжыны. Уға нисә тапҡыр аңлатырға икән: «Улар теләһә ҡайҙа ятмай, ә мине көтә!»
***
Бер ир, аяғы ауыртҡас, та­бипҡа бара. Табип ауыртҡан аяҡты ҡарағас:
– Икенсеһен дә күрһәте­геҙ, – ти.
– Күрһәтмәйем! – Ир ҡурҡ­ҡан.
– Ниңә? – тип ҡыҙыҡһын­ған табип.
– Икенсе аяғымды ла күр­һәтергә кәрәк булырын бел­гән булһам, уныһын да йыуыр инем.
***
Ҡатыным тырнаҡтарын төрлө төҫтәргә буяһа – төҫ­тәр менән уйнау, был – ҡы­ҙыҡ һәм матур. Ә мин ике төрлө нәскиҙә йөрөһәм, мин – аңра.
***
Минең Wi=Fi көтмәгәндә эшләүҙән туҡтаны. Күрше­ләрҙең интернет өсөн түлә­мәгәндәрен белдем. Шундай яуапһыҙ кешеләр ҙә булыр икән?


Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас