+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
21 Апрель 2022, 10:00

Дауаханаға нисек барырға?

Шофер текә тау битендә туҡтаған да янынан үтеп барыусынан белешә:– Был тауҙан төшөү бик ҡурҡыныс, тиҙәр, шул дөрөҫмө?– Буш һүҙ, барыһы ла төшөп еткәс кенә әйләнә. ***

Дауаханаға нисек барырға?
Дауаханаға нисек барырға?

Бер ай буйына юл ҡағиҙәләрен ятланым. Ҡалаға сыҡтым. Йә Хоҙай, Ҡөрьән ятлаһам, лутсыраҡ булыр ине.
***
Кисә сержант Бүребаев автомобиль туҡтатҡан, рулдә ҡаланың ДАИ начальнигы булған. Иҫерек. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, сержант Бүребаев енәйәт урынынан ҡасып ҡотолған.
***
– Атай, машинаға аҡса өҫтә әле.
– Күпме тора?
– 600 мең.
– Тағы күпме кәрәк?
– 650.
***
Ике автоһәүәҫкәр һөйләшә.
– Ишеттеңме әле? Рәсәйҙә түләүле юлдар төҙөй башлағандар икән. Улар тү­ләүһеҙҙәренә ҡарағанда ике тапҡыр арзаныраҡ буласаҡ.
– Нисек?
– Унда гаишниктар булмаясаҡ!
***
– Иртәгә машина һайларға барам. Үҙем менән иптәшкә кемде алырға икән?
– Марсты ал.
– Ни өсөн уны?
– Кисә беҙ уны һыраға ебәрҙек, ә ул ике шешә араҡы алып килде. Уның менән барһаң, бәлки, яхталы һәм вертолетлы булырһың.
***
Ҙур тиҙлектә матайҙа елдергән егет, шып туҡтап, йәйәүленән һорай:
– Әйтегеҙ әле, миңә дауаханаға нисек барып етергә?
– Бындай тиҙлек менән барһаң, туп-тура шунда эләгерһең…
***
Ҡатын:
– Ниһайәт, правалы булдым. Үҙемә машина алғым килә. Әйт әле, ҡатын-ҡыҙға ниндәй машина уңайлы?
Ир:
– Кер йыуыу машинаһы.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: