-2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Көләмәстәр
23 Апрель 2022, 17:00

Уйла, Ғиндуш, уйла!

– Егеттәр, кис һеҙ ни эш­ләйһегеҙ?– Эсәбеҙ!– Көн һайын кисме?– Юҡ, ҡайһы берҙә кисте лә көтөп тормайбыҙ.

Уйла, Ғиндуш, уйла!
Уйла, Ғиндуш, уйла!

***

– Һеҙҙең магазинда араҡы бармы?
– Һиңә 18 йәш тулдымы?
– Лицензияғыҙ бармы?
– Ал да күҙемдән юғал!
***
Айыҡ саҡта ла алйот кешеләр ни өсөн эсә икән?
***
Көнкүреш техникаһы һалын­ған ҡап тышына төшөрөлгән рюмка һатып алынған әйберҙе "йыуырға" кәрәклеген аңлата.
***
Мин иремде үҙ-үҙенә тәнҡит күҙлегенән ҡараған өсөн яратам. Өсөнсө көн магазинға барҙыҡ. Ул шунда уҡ араҡы-шарап бүлегенә ташланды. Үҙ алдына һөйләнеүен шым ғына күҙәтеп торҙом:
– Мин нимә эсергә теләйем әле? Һыра? Ю-ю-юҡ... Шарап? Виски? Араҡы? Шайтан алғы­ры, башым эшләмәй...
***
Иртәнге етегә тиклем эселгән араҡы кисәге тип иҫәпләнә.
***
– Атай, минең икмәк ашағым килә.
– Минең дә икмәк ашағым килә, улым, ләкин аҡса араҡыға ғына етә.
***
– Ғиндуш, минең артымда бер шешә араҡы. Ҡайһы ҡулда икәнен әйтһәң – эсәбеҙ, әйтә алмаһаң – бәреп ватабыҙ!
– Һулдамы?
– Уйла, Ғиндуш, уйла!
***
Ҡатын ләх иҫерек ирҙең тет­мәһен тетә.
– Бәғерем, – тип мығырлай ир, – һин быларҙың барыһын да яҙып ҡуй, иртән торғас уҡырмын...

Р. АЙНЫҠШИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: